Башҡортостан Башлығы республикабыҙға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан хәрбиҙәргә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Тәбрикләү тантанаһы Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының ҙур залында үтте. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙы Шайморатов генерал ордены һәм миҙалдары, шудай уҡ “Батырлыҡ өсөн” миҙалдары менән бүләкләне. Төбәк башлығы яугирҙарға ил алдындағы бурыстарын намыҫ менән башҡарып, яу яланынан имен-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне. Тәбрикләнеүселәр араһында мобилизацияға эләккән хәрбиҙәр, ирекле батальон яугирҙары, һәм демобилизацияланған егеттәр бар ине. Яҡташтарыбыҙҙы ҡотларға яҡындары ла килгәйне.
Хәрбиҙәргә дәүләт наградалары
Хәрбиҙәргә дәүләт наградалары