Башҡортостан тағы бер ҙур сара ҡабул итергә әҙерләнә

Башҡортостан тағы бер ҙур сара ҡабул итергә әҙерләнә

Баймаҡ районында 2-се “Башҡорт аты” фестивале был юлы халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк һәм унда йылҡысылыҡ буйынса эксперттар саҡырылған. Республика башлығы сараға етди әҙерләнергә ҡушты. Был хаҡта ул оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ репортажы. Оператив кәңәшмәнең көн тәртибенә ярашлы башта үткән аҙнаға йомғаҡ яһала. Башҡортостан өсөн быйылғы йылдағы төп сараларҙың береһе Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең 10-сы форумы Өфөлә гөрләп үтеп китте. Мәртәбәле сараны ойоштороу һәм уҙғарыу эшен Республика Башлығы юғары баһаланы. Форумда ҡатнашыусылар һаны 4 мең ярымға еткән, шул иҫәптән Рәсәйҙең 58 төбәгенән һәм Беларусь республикаһынан 1 меңдән ашыу делегат. Ә форум сиктәрендә ойошторолған күргәҙмә һәм концерт сараларына килеүселәр һаны 100 меңдән ашҡан. Эш һанда ғына түгел, ә был сараларҙың файҙаһында. Радий Хәбиров билдәләүенсә, беҙҙең төп партнерҙарыбыҙҙың береһенә әүерелгән Белоруссия менән хеҙмәттәшлекте тағы ла киңәйтер потенциал асылды. Форумға килгән юғары ҡунаҡтар, шул иҫәптән Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко Өфөлә Хоспис асыуҙа ҡатнашты. Был сараның Ҡорбан байрамы менән тап килеүе айырыуса мәртәбәле. Үлемесле сир менән яфаланыусылар өсөн ул йәшәү йортона әүерелергә тейеш тине төбәк етәксеһе. Иртәгәнән бында тәүге пациенттарҙы ҡабул итә башлаясаҡтар. Август айында Башҡортостан тағы бер ҙур сара ҡабул итергә әҙерләнә. Баймаҡ районында үтәсәк 2-се “Башҡорт аты” фестивале был юлы халыҡ-ара кимәлдә үтәсәк һәм унда йылҡысылыҡ буйынса эксперттар саҡырылған. Оператив мәғлүмәттәрҙән янғындарға бәйле хәлгә иғтибар итеү бурысы ҡуйылды. Үткән аҙнала республикала 177 техноген янғын сыҡҡан. Белорет ра онында 10 гектар урман янған, 13 урында ҡоро үлән яныу осрағы теркәлгән. Ҡотҡарыусыларға был аҙнала ут сығыуға бәйле хәлде етди контролдә тоторға ҡушылды. Халыҡ күпләп мөрәжәғәт иткән иң проблемалы юлдарҙы ремонтлау өсөн республикала айырым программа булдырылғайны. Башҡоростан бюджетынан быйылға бүленгән 4 миллиард һумдан тендерҙар үткәндән һуң 829 миллион һум экономияланған. Был суммаға тағы ла 13 объект ремонтланасаҡ. Республикала уңышлы эшләп килгән подъездарҙы ремонтлау программаһы буйынса докладҡа айырым бойороҡ булды. Радий Хәбиров таушалған, иҫке йорт подъездарын эшләр алдынан уның ҡыйыҡ-нигеҙен рәтләргә ҡушты. Быйыл программа буйынса 753 подъезды тәртипкә килтереү планлаштырылған. Ноябрь ураһына эштәр тамамланырға тейеш.