Патриот паркында республика волонтерҙары йыйыны үтте

Патриот паркында республика волонтерҙары йыйыны үтте

Шишмә районында урынлашҡан үҙәккә 300-гә яҡын ирекмән килгән. Улар үҙ –ара аралашып ҡына ҡалманы тәжрибә уртаҡлашты, киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Волонтерҙар менән осрашыуға төбәк етәксеһе лә килде. Лайыҡлылырға наградалар тапшырҙы һәм ғәҙәти булмаған шарттарҙа, усаҡ эргәһендә ирекмәндәр хәрәкәте ағзалары менән әңгәмәләште. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән материалда. Усаҡ тирәләй гитарала уйнап йырҙар йырлап ултырыу йәйге осрашыуҙарҙағы иң рухлы һәм ихлас күренеш. 16 йәшлек Анастасияға ла фекерҙәш кешеләр араһында булыу ҡанат ҡуя. Үҫмерҙең ошо 300 кеше иҫәбендә булыуы юҡҡа түгел . Маҡсаты –мохтаждарға ярҙам һәм донъяны яҡшыртыуға булышлыҡ итеү. Республика волонтерҙары лагеры Патриот исемле хәрби-патриотик парк биләмәһендә урынлашҡан. Майҙансыҡты ошо көндәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров та килеп күрҙе . Төҙөлөп ятҡан ашхана, физкультура-һауыҡтырыу комплексы, йәшәү һәм уҡытыу корпустарын ҡарап сыҡты.Артабан урамдағы спорт майҙансығына һәм күптән түгел төҙөлгән йәшәү урындарын, ял итеү зонаһына иғтибар итте.Төбәк етәксеһе слетта ҡатнашыусылар менән осрашты. Ирекмән булыу-күңел талабы, еңел эш түгел, тип билдәләне Радий Хәбиров. Һуңғы йылдарҙа уларҙың янғын һүндереүҙә әүҙем ҡатнашыуын, кОвид ҡоторған мәлдә өлкәндәргә аҙыҡ-түлек, дарыуҙар алырға ярҙам итеүҙәрен, һәр кемгә ярҙамға ашығыуҙарын юғары баһаланы. Ирекмәндәрҙең иң әүҙемдәре Радий Хәбиров ҡулынан «Башҡортостан ирекмәне» тигән Почет билдәһе алды. Улар араһында Октябрьский ҡалаһынан Рөстәм Әбделҡәйүмов та бар. Тиҫтә йылдан артыҡ ул үҫмерҙәр менән эшләй. Уларға хәрби-патриотик тәрбиә бирә. Әлеге көндә махсус Хәрби операция барған урынға гуманитар ярҙам ташый. Сибай ҡалаһынан Лена Мөхәмәтова Тиҫтерҙәр клубы мөдире итеп тәғәйенләнгәс иң беренсе ирекмәндәр төркөмө булдыра. Махсус Хәрби операция барған урынға гуманитар ярҙам йыйыу ҙа Сибай ирекмәндәре өсөн тәүге урында. Бүләкләү тантанаһы тамамланғас Радий Хәбиров усаҡ янында йыйылған ирекмәндәргә ҡушылды. Әңгәмә лә ҡорҙолар йырҙар башҡарылды. Тәбәк башлығына ғәҙәти булмаған шарттарҙа форумда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙа, үҙенең студент йылдары хаҡында һөйләне. Ни өсөн Патриот паркы төҙөлөүен, уның маҡсаттарын аңлатты. Республика етәксеһе үҙенең йәш сағындағы хәтеренә уйылған мәлдәрҙе иҫләп, йәштәр менән бүлеште.Шулай уҡ Радий Хәбиров ирекмәнлек менән шөғөлләнеүселәргә уҡырға ингәндә өҫтәлмә балл яҙылыу тураһында күрһәтмә бирәсәген дә әйтте. Ирекмәндәр слетын ойоштороусылар әйтеүенсә, сараның маҡсаты әүҙем волонтерҙарҙы билдәләү генә түгел. Тәжрибә уртаҡлашыу, яңы бәйләнештәр булдырыу. Өс көн дауамында улар командала эшләргә өйрәнә, оҫталыҡ дәрестәре ала. Ә « Геройҙар уҙышы » хәрби-спорт уйыны ирекмәндәрҙең хәтерендә айырыуса оҙаҡҡа һаҡланыр.