Донбасҡа эшсе командировка

Донбасҡа эшсе командировка

Гөлдәр менән йәнәш блиндаждар төбәгенән дөрөҫ һәм ғәҙел мәғлүмәт тапшырыу маҡсатында. Донбасҡа эшсе командировканан ҡайтҡан журналист яҡташтарыбыҙ тәьҫораттарын уртаҡлашты. Махсус хәрби операция билдәмәһендә Башҡортостан киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре Рәсәй оборона министрлығы рөхсәтен алып рәсми эшләне. Бер нисә көн дауамында журналистар республиканан киткән ирекмән батальондар яугирҙәре менән осрашҡан, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Азат Баҙранов менән аралашҡан. Шудай уҡ 112-се башҡорт кавалерия дивизияһының тарихи дан урындарынан үткән, Луганск халыҡ республикаһында эшләгән төҙөүселәр һәм медиктар менән күрешкән. Ошо ваҡыт арауығында журналистар хәрби операция биләмәһенән тура репортаждар тапшырып ҡына ҡалмай, баҫмаларҙың киләһе һандары өсөн ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр ҙә туплаған. Әлеге мәлдә улар махсус хәрби операцияның алғы һыҙатындағы хәрәкәттәр һәм хәрбиҙәрҙең үҙенсәлекле көнкүрешен журналист күҙлегенән тасуирлап хикәйәләр әҙерләй. Һөнәри бурысынан тыш журналистар ил ҡеүәтен һаҡлау бурысын үтәгән хәрбиҙәргә яу яланында кәрәкле йыһаздар һатып алып бүләк иткән, шулай уҡ китап, гәзит, хаттар, аҙыҡ-түлек тапшырғандар.