Башҡортостанда айыуҙар кешегә ташлана

Башҡортостанда айыуҙар кешегә ташлана

Үткән аҙнала ғына ошондай ике осраҡ теркәлгән. Белорет һәм Ишембай райондарында көтөүсе һәм бәшмәксе айыуҙан зыян күргән. Көтөүсе йылғыр атына һикереп ҡасып ҡотолған, ә бына бәшмәксе айыу тырнағына эләккән.Башында һәм арҡаһында ауыр йәрәхәттәр ҡалған. Ни өсөн тайыштабандар кешегә йыш һөжүм итә башлаған? Беҙҙең киләһе сюжетта. Бәшмәк йыйып йөрөүсегә тайыштабан һөжүм итә. Һөҙөмтәлә айыу ирҙең башын һәм арҡаһын йәрәхәтләй. Артабан урман төпкөлөнә ҡасып юғала. Бар көсөн йыйып зыян күреүсе өйөнә ҡайтып етә һәм тиҙ ярҙам саҡырта. Әле ул Ишембайҙың үҙәк дауаханаһында ята.Был фоторәсемдә Белорет районында һунарсылар тарафынан тотолған 120 килограмлыҡ айыу. Ул урманда йөрөгән көтөүсегә ташланған. Ә һуңғыһы атына һикереп менә һәм ҡасып ҡотола. Урман хужаларының кешегә һөжүм итеүе йышая һәм улар ауыл урамдары буйлап йөрөй башлаған. Башҡортостанда ғына түгел. Социаль селтәрҙәрҙә таралған был видеола айыу ҡасаба буйлап кешеләрҙе, хатта полиция хеҙмәткәрен баҫтыра. Был яҙма Ҡытайҙа төшөрөлгән тиҙәр. Йыртҡыс йәнлектәрҙең ҡурҡмай кеше йәшәгән урындарға яҡынайыуын белгестәр ҙә иҫбатлай. Тәү сиратта был браконьерлыҡ менән көрәштең һөҙөмтәһен күрһәтә. Башҡортостан тайыштабандар өсөн электән уңайлы төбәк һанала, ти улар.Урманда айыуға осрамайым тиһәгеҙ, ҡысҡырып һөйләшегеҙ йәки йырлағыҙ. Улар тауыш яратмай һәм ҡасырға тейеш. Ә шулай ҙа тайыштабанға килеп юлыҡтығыҙ икән, бер ҡасан да йүгермәгеҙ, улар баҫтырырға ярата, ти һунарсылар. Ағасҡа үрмәләү ҙә дөрөҫ түгел. Йөҙөнә ҡарамай ғына артҡа сигенергә кәрәк. Әгәр ҙә инде ҡасырға тура килһә, тау түбәненә ҡарай йүгерегеҙ. Сөнки айыуҙарға олоғара артҡы тәпәйҙәре түбәнгә йүгерергә ҡамасаулай. Иң яҡшыһы — бөтөнләй улар менән осрашмаҫҡа!