Хеҙмәттәшлек киңәйә

Хеҙмәттәшлек киңәйә

Форумдың икенсе көнө лә хәл-ваҡиғаларға, эшлекле осрашыуҙарға бай булды. Башҡортостанға эш визиты менән Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко килде. Федераль Йыйылыштың юғары палатаһы спикеры, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм Белоруссия делегацияһы вәкилдәре форум айҡанлы ойошторолған саралар менән танышты. Тулыраҡ Альбина Зәйнетдинова сюжетында.
Белоруссияның «Авиация технологиялары һәм комплекстары” ойошмаһы Башҡортостан компанияһы менән берлектә пилотһыҙ осоусы аппараттар етештерә башлаясаҡ. Был күләмле эшкә Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы сиктәрендә старт бирелде.
Пилотһыҙ осоусы аппараттар ҡулланыу даирәһе бик киң, шулай ҙа иң һөҙөмтәлеһе -ауыл хужалығы, ти етештереүселәр. Башҡортостан һәм Белоруссия партнерҙары агродрон уйлап сығарған. Был проект 2020 йылдан алып бойомға ашырылған. Агродрондар тулыһынса механик транспорт сараларын алмаштырырға һәләтле. Роботлаштырылған система баҫыуҙарҙы дистанцион рәүештә эшкәртә ала. Сәсеү эштәрендә, ҡоротҡостар менән көрәштә үҙенең етештереүсәнлеге буйынса, агродрондар механик сараларҙан ҡалышмай, заманса ҡоролмаларҙың өҫтөнлөклө яҡтары күберәк. Республика баҫыуҙарында агродрондарҙы киләһе айҙан уҡ ғәмәлдә ҡуллана башлаясаҡтар.
Башҡортостанға эш визиты менән Рәсәйҙең Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышы советы рәйесе Наталья Кочанова килде. Форумдың абруйлы ҡунаҡтарын республика башлығы Радий Хәбиров ҡаршы алды. Валентина Матвиенко менән Наталья Кочанова Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең X форумы сиктәрендә ойошторолған сараларҙа ҡатнашты, Төп әүҙемлек Мәжит Ғафури исемендәге башҡорт академия драма тетры алдында ойошторолғайны. Форум ҡунаҡтарын Башҡортостандың һәм башҡа төбәктәрҙең иң популяр бейеү коллективтары ҡаршы алды. Федераль Йыйылыштың юғары палатаһы спикеры, төбәк етәксеһе Радий Хәбиров һәм Беларуссия делегацияһы халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһе менән танышты, Дуҫлыҡ урамы этник мәҙәниәттәр фестивлендә башҡорт, рус һәм беларус ихаталарын ҡараны. Һәр бер ихатала ҡунаҡтарҙы урындағы ғөрөф-ғәҙәттәр, милли йолалар, халыҡ кәсептәре менән таныштырҙылар, милли ризыҡтаҙан ауыҙ иттерҙеләр.
Киләһе майҙансыҡ  — дуҫ төбәктәрҙең заманса техник базаһы күргәҙмәһе. Валентина Матвиенконы ”Горожанин” тип исемләнгән тәпәш иҙәнле троллейбус ҡыҙыҡһындырҙы.
”Горожанин” тәпәш иҙәнле троллейбусты Өфө трамвай-троллейбус заводы етештерә. Модель Минск автомобиль заводы менән берлектә уйлап сығарылған.
Асыҡ һауала ойошторолған күргәҙмәлә Рәсәйҙең һәм Белоруссияның 19 төбәгенән 35 компания үҙ продукцияһын тәҡдим иткән. Шул иҫәптән, ауыл хужалығы, коммуналь, юл техникаһы, йөк ташыу һәм йәмәғәт транспорты менән яҡындан танышырға мөмкин ине.
Күргәҙмәлә үҙ продукцияһын тәҡдим итеүселәр араһында Башҡортостан “Башагромаш”, “Башагросервис”, Белорус республикаһының “ГомельАгрокомплект”, “Белаз”, Минск трактор заводы.
Башҡортостан ойошмалары Белоруссия компаниялары вәкилдәре менән тәжрибә уртаҡлашты, бик күп эшлекле килешеүҙәр төҙөй алды.
Шәйехзада Бабич һәйкәле ҡаршыһында ҙур махсус павильон да эшләне. Унда Рәсәйҙең 19, Белоруссияның 10 төбәгенән килгән ойошмаларҙың стендтары урын алғайны.
Башҡорт сода ойошмаһы етәкселеге ҡунаҡтарҙы үҙ продукцияһы менән таныштырҙы. Етәкселектең пландарында киләсәктә үҙ тауарҙары менән Белоруссия баҙарына сығыу.
Сара барышында шулай ук делегация вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйылды.