Башҡортостанда хулигандар парктарҙы, туҡталыштарҙы емереүен дауам итә, ҡайһы берҙәре хатта сүп — сар контейнерҙарын барып еткән. Һөжүмдәрҙең сәбәптәре тураһында Гөлфиә Мәҡсүтова һөйләйәсәк.Бер йылда үтмәне, реконструкциянан һуң яңыртылған «Ҡашҡаҙан» паркын вандалдар ҡыйратыуға тотондо.Хулигандар ҡулынан Сипайлово паркы ғына зыян күрмәй, йәш ғаиләләрҙең һәм спортсыларҙың яратҡан урыны — “Өфө муйынсағы” нда ла тәртипһеҙлектәр йыш осрай .Вандалдар үҙ юлында булған бөтә нәмәне емерә. Элек был майҙансыҡта спорт менән шөғөлләнеү өсөн гантелдәр һәм штангалар ҡуйылһа, ә хәҙер спортсыларға спорт инвентарын үҙҙәре менән алырға тура килә. Проект кураторҙары әйтеүенсә, енәйәтселәрҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, выждан ғына туҡтата ала. Тимер сылбырҙар был осраҡта ярҙам итмәй. Ә был инде яңғырауыҡлы икенсе осраҡ. Өфө мәктәптәренең береһен тамамлаусылар , көмөштән эшләнгән Валера исемле талпанды урлаған. Был хәл көн уртаһында була һәм видеокүҙәтеү камераһына эләгә. Вандалдар туҡталыш павильондарына ла битараф түгел. USB зарядлау ҡоролмаларын сафтан сығарыу һәм быялаһын ватыу аҙна һайын тиерлек теркәлә.Өфөләге контейнер майҙансыҡтарында ла янғындар һәм вандаллыҡ осраҡтары йышайған. Беренсе ярты йыллыҡта ғына енәйәтселәр ҡулынан 60-тан ашыу пластик контейнер боҙолған.Вандалдарҙы ҡала мөлкәтен боҙған өсөн административ һәм енәйәт язаһы ҡаралыуы ла туҡтатмай.Яратҡан ҡалабыҙға һаҡсыл ҡарашлы булыу һәр беребеҙҙең бурысы, Өфө хакимиәтендә ҡала өсөн ҡиммәтле мөлкәттең боҙолоуына шаһит булған ҡала халҡын был хаҡта полицияға хәбәр итергә саҡыралар.
Сүп-сар кимәленә төшкәндәр
Сүп-сар кимәленә төшкәндәр