Яман шешкә ныҡлы кәртә

Яман шешкә ныҡлы кәртә

Башҡортостанда ашҡаҙан-эсәк юлы яман шеше менән яфаланған пациенттар өсөн реабилитация үҙәге эшләй башлаған. Ул Йоматау шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан. Быға тиклем һаулыҡ йортонда һөт биҙҙәре яман шешен үткәргәндәргә сир эҙемтәләре менән көрәшергә ярҙам иткәндәр. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала. Йәшәүҙең һәр минуты матур. Ауыр сир үткәргәндән һуң бигерәк тә тормош матурлығын ҡәҙерләй башлайһың, ти Дарья. Уның уҡыған китаптары ла йәшәүҙең һәр миҙгеленән бәхет табырға өндәй. 8 курс химия, операция, тағы нур терапияһынан һуң, ниһәйәт, ҡатында артабан йәшәргә көс һәм дәрт уянған. Ә шифаханаға яман шеш менән сирлеләр өсөн махсус реабилитация курсы үтергә тип килгән.Шифаханаларҙа, ғәҙәттә, онкология менән сирлеләр өсөн дауалау йүнәлеше юҡ. Ә Йоматау шифаханаһы үҙ ҡанаты аҫтына ошондай ауыр сир үткәргәндәрҙе лә алған. 2019 йылдан алып һөт биҙҙәре яман сирен еңгәндәр реабилитация үтә. Шифаханаға Башҡортостандан ғына түгел, ҡәһәрле сирҙе үткән күрше төбәктәрҙән дә пациенттар килә.Үткән йылда Йоматау шифаханаһында урынлашҡан үҙәктә 500-ләгән пациент реабилитация үткән. Быйыл ошо һандар кәменә ике тапғырға артыр тип көтөлә. Сөнки хәҙер һауыҡтырыу үҙәгенә күкрәктәге ямен шеште генә түгел, ашҡаҙан- эсәк юлдарындағы ракты еңгәндәр ҙә өҫтәлә. Һәр ерҙәгесә шифахана йылдан йыл яңы ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Һауыҡтырыуҙың яңы, заманса ысулдары өҫтәлә. Ә бына Йоматау ҡымыҙы ғына үҙгәрешһеҙ. 90 йылға яҡын шифахана ял итеүселәрҙе ҡабатланмаҫ ҡымыҙы менән дауалай. Хәҙер инде был эсемлекте үҙҙәренең технологияһы буйынса әҙерләп йыл әйләнәһенә бирәләр. Реабилитация ғына түгел ифахана ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Башлыса ял итергә, дөйөм сәләмәтлеген нығытырға киләләр. 20 йылға яҡын һауыҡтырыу гимнастикаһы, йөҙөү буйынса инстркутор булып эшләүсе Альберт Теләүмбәтов ял итеүсергә хәрәкәт -сәләмәтлек нигеҙе икәнен аңлата.Йоматау ҡасабаһы биләмәһендәге һыуҙың да үҙ ҡиммәте бар.Тәбиғәт биргән иң кәрәкле һәм ҡиммәтле дауа ул –һыу. Ә Йоматау һыуы үҙенең бай минералдары менән дан тота. Был кальций, магний, тимергә бай һыуҙы шифаханала ғына эсергә була. Магазин кәштәләрендә ул һатылмай. Йоматау һыуын кибеттә алғаным бар тиеүселәр булыр. Әммә йылдан артыҡ инде минераллы һыуҙы һауыттарға ҡойоп һатыуға сығармайҙар. Сәбәбе -рентабелле түгел.Рәсәйҙә онкопациенттар өсөн тәғәйенләнгән медицина-реабилитация үҙәктәре бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Ғәҙәттә улар ҙур ҡалаларҙағы дауаханаға ҡараған махсус бүлектәр. Ә Башҡортостанда бындай урын тап шифахана сиктәнендә асылған. Шуға ла яман шеште үткәреүселәр бында үҙҙәрен башҡа ял итеүселәр менән тиң тоя һәм күңел тыныслығы ла ала.