11 октябрь-Республика көнө халыҡ байрамы булараҡ билдәләнәсәк

Тулыраҡ: 11 октябрь-Республика көнө халыҡ байрамы булараҡ билдәләнәсәк

11 октябрь-Республика көнө халыҡ байрамы булараҡ билдәләнәсәк.

Был хаҡта ойоштороу комитеты ултырышында Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдерҙе.Константин Толкачев 11 октябрь барлыҡ музейҙарҙа Асыҡ ишектәр көнөн уҙғарырға тәҡдим итте. Мәҙәниәт министрлығы башланғысты хупланы. Байрам алдынан халыҡ байрамдары, тамашалар, йәштәр өсөн флешмобтар ойоштороласаҡ. Бөтә мәҙәниәт учреждениеларында класс сәғәттәре үтәсәк. Республика көнөндә һауа торошо насар булған осраҡҡа өҫтәмә ябыҡ майҙансыҡтар ҡуйыу ҡарала. Парламент спикеры төп байрамға арналған концертта танылған артистар ғына түгел, үҙебеҙҙекеләр ҙә әүҙемерәк булһын тигән теләк белдерҙе.