Американ хәрбиҙәренең 50 проценттан ашыуы сит илдәрҙә хәрби операцияларға ҡаршы. Социологик тикшереү йомғаҡтары шуны дәлилләй. Һалдат һәм офицерҙар хакимиәттәр ил эсендәге именлеккә һәм террорға ҡаршы көрәшкә күберәк иғтибар бирергә тейеш тип иҫәпләй. Вьетнам һуғышы ветерандары ер шары буйынса тиҫтәләгән хәрби конфликтта ҡатнашҡан американ хәрбиҙәренең Ҡушма Штаттарҙың тышҡы сәйәсәтен хупларға сәбәбе юҡ тип белдергән.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының именлек шураһы Сүриә армияһы ҡораллы оппозицияға ҡаршы хәрби операция үткәргән Алепполағы хәл буйынса ашығыс ултырыш үткәрҙе. Был операция тураһында үткән аҙнала кесе йома иғлан ителгәйне. Бөгөнгә тиклем авиаһөжүм сәбәпле тиҫтәләгән кеше һәләк булған, йөҙләгән кеше яраланған.
Колумбияла 50 йыллыҡ ватандаш һуғышын туҡтатыусы килешеү имзаланырға тейеш. Уға ил президенты Хуан Мануэль Сантос һәм Колумбия ҡораллы төркөмсәһе башлығы Родриго Эчеверри ҡул ҡуясаҡ. Тантанаға 15 дәүләт башлығы һәм Берләшкән Милләттәр ойошмаһы генераль секретары Пан Ги Мун саҡырылған. Килешеү шарттары буйынса, хәрбиҙәр ҡорал ташларға, наркотик һатыуҙы туҡтатырға, ә хакимиәттәр ер реформаһын үткәрергә тейеш.
Ҡытайҙа донъялағы иң ҙур астрономик обсерватория эшләй башланы. 500 метрлыҡ апертуралы радиотелескоп Гуйчжоу виләйәтендә 5 йылда төҙөлгән. Уның хаҡы 180 миллион доллар. Ҡытайҙа эшләнгән обсерваториянан 11 миллиард ут йыл алыҫлығында урынлашҡан космос объекттарын күҙәтеп буласаҡ.