Фёдор Шаляпин исемендәге I Халыҡ-ара вокалсылар конкурсының тамашасылар һөйөүе призы Өфөлә ҡалды.
Уға конкурстың иң йәш ҡатнашыусыһы, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған Айгөл Әхмәтшина лайыҡ булды. Шулай уҡ ул «Өмөт» призын яуланы.
Гран-при быйыл бер кемгә лә бирелмәне. Башҡортостандың халыҡ артисы Асҡар Абдразаҡов етәкселегендәге баһалама ағзалары еңеүселәрҙе ҡотлап, уларға изге теләктәрен еткерҙе. XV Халыҡ-ара опера сәнғәте фестивале гала-концерт менән тамамланды. Конкурс лауреаттары һәм төрлө төбәктәрҙең опера театры йондоҙҙары рус һәм сит ил композиторҙары операларынан ариялар башҡарҙы. Сәнғәт күгендә яңы йондоҙҙар ҡабынды, Өфө иһә тағы ла бер халыҡ-ара конкурс менән байыны.