Өфөлә максималь һауа температураһы теркәлгән

Өфөлә максималь һауа температураһы теркәлгән

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, 10 июлдә Өфө-Дим метеостанцияһында сираттағы рекорд билдәләнде. Термометр бағанаһы 39,5 градусҡа тиклем күтәрелгән. Бынан алдағы юғары һауа температураһы 2020 йылда күҙәтелгән: +35 градус. Көндәрҙең ҡоро һәм эҫе тороу сәбәпле янғын сығыу хәүефе лә артты. Белорет районында Үҙән ауылы эргәһендә урман янды. Янғын майҙаны 80 гектарҙан ашты. Әбйәлил районының Хәмит ауылында иһә бер йортта янғын сығып, тағы ла күрше дүрт өйгә күсеп, уларҙы ла юҡ иткән. Ошо көндәрҙә ашығыс медицина ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәр ҙә артҡан. Табиптар кешеләрҙе һаулығына иғтибарлыраҡ булырға саҡыра. Башҡаланың Сипайлово биҫтәһендә 40 йәшлек ир урамда йығылып, аңына килә алмай һәләк булған. Эҫегә йөрәге сыҙамаған тигән фараздар бар. Ғөмүмән, синпотиктар мәғлүмәте буйынса, иртәгәнән һауа температураһының ҡапыл түбәнәйеүе көтөлә.