Иннопром-2023

Иннопром-2023

Башҡортостандың рәсми делегацияһы Екатеринбургта «Иннопром-2023» халыҡ-ара сәнәғәт күргәҙмәһендә ҡатнаша. Быйыл ун өсөнсө тапҡыр үткән форумдың төп темаһы – “Тотороҡло етештереү. Яңыртыуҙар стратегияһы”. Сараның беренсе көнөндә Рәсәй төбәктәренең сәнәғәт сәйәсәтен файҙалы бойомға ашырыу рейтингы йомғаҡтары иғлан ителде. Башҡортостан Мәскәү ҡалаһы менән Мәскәү өлкәһенән ҡалышып был исемлектә быйыл өсөнсө урында. Был рейтинг илдә тотороҡло эшләгән төбәктәрҙе билдәләп бүләкләү түгел, ә сәнәғәт үҫешенә килтергән ысулдарҙы асыҡлап башҡа төбәктәрҙә ошо тәжрибәне таратыу маҡсатында кәрәк. Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуров белдереүенсә, ул шулай уҡ сәнәғәттең ҡеүәтһеҙ яҡтарын да асыҡлап хәл итеү сараларын күрергә булышлыҡ итә. Башҡортостанда сәнәғәт сәйәсәтен уңышлы бойомға ашырыу йәһәтенән хәл итәһе мәсьәләләрҙе Радий Хәбиров атап әйтте. Республика сәнәғәткә дәүләт ярҙамы күрһәтеүҙә федераль сараларға өҫтәп урындағы мөмкинлектәрҙе лә файҙалана. Предприятеларҙың үҙ тырышлығы, Хөкүмәт ярҙамы һәм федераль программалар 2023 йылдың ғинуар-май айҙарында сәнәғәт етештереү индексын 104 процентҡа еткерергә булышлыҡ итте. Был Рәсәйҙәге дөйөм күрһәткестән юғарыраҡ. Етештереү күләме сәнәғәттең бар дүрт тармағында ла артҡан. Әткәндәй «Иннопром» биләмәһендә Рәсәй-Ҡытай зонаһы айырым урын алған. Күршеләр сәнәғәт өлгөләренең затлы автомобилдәрҙән алып иноовацион дөгө туҡмасына тиклемен күрһәтә. Ҡытай эшҡыуарҙары хеҙмәттәшлек даирәләрен Уралғаса киңәйтеү иҫәбе менән килгән. Ә Рәсәйҙең 700 компанияһы күргәҙмәлә тауарын таныта. Эшлекле осрашыуҙарҙа халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү, сәнәғәт кооперацияһы, пилотһыҙ системалар, дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ йүнәлештәрен үҫтереү тураһында фекер алышыуҙар бара. Халыҡ-ара форумда төҙөлгән килешеүҙәрҙең иҡтисади һөҙөмтәһе 500 милиард һумға баһалана. Форумдың икенсе көнөндә Башҡортостан Свердловск өлкәһе менән төбәк-ара бәйләнештәр тураһында килеште. Хеҙмәттәшлек дәүләт сәнәғәт сәйәсәтен бойомға ашырыу өлкәһендә. Республика күрше өлкә менән уртаҡ инвестиция һәм инновация проекттарын бойомға ашырырға ниәтләй. Социаль әһәмиәтле һәм конкуренцияға торошло тауар етештереү һәм фәнни нигеҙҙәге технологиялар үҫтереү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу, берҙәм кәңәшмә, күргәҙмәләр ойоштороу ҡарала. Хеҙмәттәшлек тураһында башҡа төрлө килешеүҙәр ҙә көтөлә. “Иннопром” халыҡ-ара форумы 13 июлгә тиклем дауам итә.