«Айғыр» алышҡа сыға

«Айғыр» алышҡа сыға

Республикала пилотһыҙ осоу аппараттарына ҡаршы көрәш буйынса «Айғыр» исемле айырым бүлексә булдырырға ҡарар ителде. Ул «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы составында була. Был хаҡта «Башҡорт батальоны» телеграм-каналында хәбәр ителә. Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн 2 мең 500 кешенән торған полк төҙөргә ҡарар ителде. Июндә Өфөнән Сергей Зорин исемендәге башҡорт танк батальоны һәм Шәриф Сөләймәнов исемендәге зенит-артиллерия батареяһы, Алексей Сухоруков исемендәге артиллерия батареяһы яугирҙәре, Әхмәт Дәүләтов исемендәге башҡорт медицина ротаһы, совет партизаны һәм данлыҡлы разведчик Даян Мурзин, Советтар Союзы Геройы Таһир Күсимов исемендәге ирекле батальондар, Мөғин Нагаев исемендәге артдивизион хәрби әҙерлек урынына юлланды. Уларҙың барыһы ла “Башҡортостан” ирекле мотоуҡсылар полкы составына инде.