Батырҙарға миҙалдар

Батырҙарға миҙалдар

Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға Миңлеғәли Шайморатов ордендары менән миҙалдарын тапшырҙы. Яугирҙәр араһында Салауат Юлаев исемендәге ирекмән батальоны, “Барс” отряды хәрбиҙәре һәм мобилизацияланғандар бар. Әлеге ваҡытта ялға ҡайтҡан хәрбиҙәр Совет майҙанындағы Колонналар залына ғаиләләре менән саҡырылғайны. Республика башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындарына ихлас рәхмәтен белдерҙе. Хәрби хеҙмәттәге яҡташтарға беҙ артабан да ярҙам күрһәтәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров.Салауат Юлаев исемендәге батальон командиры Артур Йомағужин Башҡортостан башлығына хәрбиҙәр исеменән үҙенсәлекле бүләк тапшырҙы. 1940 йылғы өлгө буйынса ҡойолған генерал шашкаһын егеттәр Златоуст булат оҫталаларынан яһатҡан.