Аяҡһыҙ булһа ла, ул үҙ көсөнә ышанысын юғалтмай

Аяҡһыҙ булһа ла, ул үҙ көсөнә ышанысын юғалтмай

Омскиҙағы фәжиғәлә Саҡмағош егете Рөстәм Нәбиев иҫән ҡалды, әммә, ул ауыр йәрәхәттәр алды. Йәш егет тормош ауырлыҡтарына бирешмәй һәм үҙ тормошон спорт менән бәйләй. Казарма емерелгәндә Рөстәм тәҙрә төбөндә була. Шуға күрә ул иҫән ҡала. Ә ҡалған һалдаттарҙың карауаттарын бетон плиталар баҫа. Десантсы ауыр йәхәрәхәттәр ала һәм бер нисә сәғәт харабалар аҫтында ята. Егеттең ике тапҡыр йөрәге туҡтай. Атаһы үтенесе буйынса һалдатты Мәскәүгә оҙаталар. Ул 16 операция үткәргәндән һуң яңынан йәшәргә өйрәнә. 2015 йыл ғаилә өсөн ауыр бирелә. Шулай ҙа, ил, республика һәм ябай кешеләрҙең ярҙамы менән Рөстәм һәм уның ата-әсәһе уларҙы еңеп сығырға өлгәшә. Дауаханала ятҡанда уҡ йәш егетте следж-хоккей командаһына саҡыралар. Тәүҙә ул Өфөлә шөғөлләнеп ҡарай. Һуңынан Мәскәү өлкәһе командаһы менән килешеү төҙөй. Нәбиевтар улының башланғыстарын хуплап ҡына тора. Ғаилә башлығы билдәләүенсә, уларҙың нәҫеле һәр ваҡыт ҡуйған маҡсаттарын тормошҡа ашыра. Рөстәм дә бала сағынан ныҡышмал булып үҫкән. Ул донъялағы иң бейек тауҙарға күтәрелеп үҙенсәлекле рекорд та ҡуйҙы.