Йәйге селлә сигенә әммә августа кире ҡайтыр, тип көтөлә

Йәйге селлә сигенә әммә августа кире ҡайтыр, тип көтөлә

Бөгөн һауа температураһы 22, 27 градус йылы булыр, тип көтөлә. Урыны менән йәнә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Был иһә янғынға бәйле хәлде бер аҙ тотороҡландырырға мөмкинлек бирәсәк. Белоретта урмандағы янғын һүндерелде. Әммә ҡотҡарыусылар уяулыҡты юғалтмаҫҡа саҡыра. Рәлиә Сәхибгәрәева дауам итә.КА-32 вертолеты Үҙән ауылы эргәһендә бер-нисә көн оса инде. Һыу тултыра ла, урманда ҡоторған ут ялҡындары өҫтөнә ҡоя. Был юлы ул Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының бер төркөм ҡотҡарыусыларын да янғын эсенә алып килде. Сөнки таулы-ҡаялы урынға ерҙән үтерлек түгел.Һауанан ҡарағанда янғын ул тиклем ҡурҡыныс кеүек түгел. Сөнки вертолетта ерҙән борҡоп сыҡҡан төтөн генә күренә, ә аҫта гөлтләп янған урман күҙ алдына баҫа. Сюжетты төшөргән мәлдә ут 82 гектар майҙанды ялмап алғайны. Хәҙер был һан 320 гектарҙан да ашты. Ялҡын ағас олондарына күскән һәм өҫкә күтәрелә. Сәбәбе – көслө ел. Эргә-тирәләге ауылдарға күсмәһен өсөн Өфөнән аэромобиль төркөмдәр ебәрелгән.Янған урман эргәһендәге ауыл халҡы, урман сәнәғәте компанияһы вәкилдәре лә ҡотҡарыусыларға ярҙамға килгән. Ҡатмарлы шарттарға ҡарамай, ҡотҡарыусылар янғынды ауылдарға яҡынайтмай, контролдә тоторға тырыша. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты сайтында республика биләмәһендә сыҡҡан янғындарҙың интерактив картаһы барлыҡҡа килде. Был хаҡта дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, карта көн һайын оператив мәғлүмәттәргә ярашлы яңыртылып тора. «Был халыҡҡа, шул иҫәптән туристарға мәғлүмәт еткереү өсөн кәрәк, улар ҡайҙа хәүеф янауын белергә тейеш», — тине ведомство етәксеһе.