Июль айында Башҡортостанда баҡса культураларын ҡарбуз, ҡауын һатыу әүҙемләшә. Халыҡ уны йәйге эҫелә күпләп ала. Еләк яратыусыларға нимәгә иғтибар итергә, витаминдарға бай, татлы еләкте нисек дөрөҫ һайларға, ҡулланырға һәм һаулығыңа зыян килтермәҫкә? Еләктә химик матдәләрҙең күплеген ябай ғына ысул менән – бер стакан һыуға бер ҡалаҡ ҡарбуҙ һалып тикшереп ҡарарға мөмкин. Һыу ҡыҙғылт-алһыу төҫкә инһә, ҡарбузда химикаттар күп тигәнде аңлата, әгәр һыу төҫөн үҙгәртмәй, бер аҙ томаланһа еләкте ҡурҡмай ашарға ярай.
Ҡарбуз һайларға өйрән
Ҡарбуз һайларға өйрән