Эшселәрҙе мәктәп йәшенән әҙерләү йолаһы, хәҙер бөтөнләй юҡ тиерлек. Аҡса менән тәмъмин итеү юҡлығына һылтанып, Башҡортостанда биш уҡыу — етештереү комбинаты ябылыу сигендә. Быйыл йәй мағариф министрлығы төрлө һөнәр эйәләрен әҙерләү системаһын яңынан тергеҙергә тәҡдим итте. Эшләмәгән автомобиль двигателен һүтеп-йыйып, яңынан сафҡа индереү Дүртөйлө мәктәбенең 9-10-сы кластары өсөн бер ни түгел. Рәзил Әхмәҙишин инде икенсегә һөнәри таныҡлыҡ алырға йыйына. Мәктәп-ара уҡытыу комбинатында балалар дәрестәр тамамланғас шөғөлләнә. Әлеге көндә бында 1000-дән ашыу егет-ҡыҙ белем ала. Иң кәрәкле һөнәрҙәр араһында сәстараш, аш-һыу, кондитер оҫталары. Курстарҙың күбеһе бушлай, автомобиль менән идара итергә өйрәнеү өсөн генә түләргә кәрәк. Рәфис Ғилманов бында 35 йылдан ашыу эшләй.Ошо арауыҡ эсендә 4000-гә яҡын белгес әҙерләнек, ти. Әлеге көндә Башҡортостанда барлығы биш мәктәп-ара уҡытыу комбинаты эшләй. Шулай ҙа төбәк сәнәғәт кадрҙарына ҡытлыҡ кисерә. Өфөлә генә рәсми 12 мең ярым эшсе һөнәрҙәре талап ителә. Кадрҙар етешһеҙлеге менән завод-фабрикаларҙа белем алыу практикаһын яңынан ҡайтарып ҡына бының менән көрәшеп була, ти белгестәр.
Башҡортостанда биш уҡыу - етештереү комбинаты ябылыу сигендә.
Тулыраҡ: Башҡортостанда биш уҡыу - етештереү комбинаты ябылыу сигендә.