Башҡортостан өсөн һәр аҙна көсөргәнешле һәм тығыҙ уҙа. Республика башлығы Радий Хәбиров ошо фекерҙә. Рәсәй субьекттары рейтингында тәүге урындарға сығыу тырыш хеҙмәттең бер өлөшө генә. Екатеринбурғтағы “Иннопром” экспозицияһы иһә төбәктең сәнәғәт сәйәсәтенең дөрөҫ йүнәлештә булыуына дәлил. Тик маҡсататр бының менән генә тамамланырға тейеш түгел. Башҡортостан киләһе йылда буласаҡ ошо уҡ сараға бөгөндән үк әҙерлекте хәстәрләргә бурыслы. Ғәдимйән Ибатуллин дауам итә. Дөйөм алғанда, дүшәмбе кәңәшмәһе уҙған аҙна йомғаҡтарын барлап, киләһе ете көнгә төп бурыстарҙы аныҡлау. Был юлы ла етди мәсьәләләргә тейешле яуаптар алынды. Уларҙың береһе – “Дүртөйлөмелиоводстрой” ширҡәте. Операторҙың эш кимәле түбән булыуы сәбәпле, Башҡортостан компания менән килешеүҙе дүшәмбенән тулыһынса туҡтатты. Көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу менән шөғөлләнгән фирма хәҙер был өлкәлә хеҙмәт күрһәтә алмай. Уның лицензияһы ғәмәлдән сығарыла. Килеп тыуған хәл йәмғиәттә ығы-зығы тыуҙырыуы ихтимал. Ҡулланыусылар, тимәк, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу кәрәк.Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары һәм райондарында автобус рейстарына яңы машиналар сығыуы көтөлә. Республикаға ҡайтарыласаҡ автобустар беренсе сентябрҙән халыҡты хеҙмәтләндерә башлай. Башҡортостанда янғындар һаны артыуы күҙәтелһә лә, республика урмандарына тоҡанған ут тулыһынса һүндерелгән. Уҙған аҙнала. Көндәрҙең ныҡ эҫе тороуо арҡаһында хәлдәр ныҡ ҡатмарлашты. Белорет районында сыҡҡан бәләгә ҡаршы көрәштә 270-кә яҡын кеше, бихисап техника ҡатнашты. Әммә, ут эсендә ҡалған 23 янғын һүндереүсене вертолет ярҙамында алып сыҡҡандар. Радий Хәбиров был хеҙмәткәрҙәргә дәүләт наградаларын тапшырыу кәрәк тип иҫәпләй. Башҡортостан август алдынан тағы бер кампанияны йомғаҡлай. Ул республика райондарында эшләгән “сәләмәтлек поездары”. Һаулыҡ һаҡлау министры Айбулат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, граждандарҙы урындарҙа ҡабул итеү барышында халыҡта “социаль сирҙәр”ҙең артыуы күҙәтелә. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған тағы бер мәсьәлә тураһында айырым әйтергә кәрәк. Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙерләнә. Был әлегә яҡынса 53 процентҡа башҡарылған. Белорет, Учалы һәм башҡа ҡалаларҙа ҡаҙанлыҡтар яңыртылһа, күп райондарҙа йылытыу һәм һыу торбалары алыштырыла. Әҙерлек документтары иһә 15-се сентябрҙә тапшырыла. Республика башлығы Радий Хәбировтың тағы бер тәҡдиме бар. Ул Шишмә районындағы “Патриот” паркының мөмкинлеген киңәйтеү. Әйткәндәй, уның хәҙер үҙ филиалы буласаҡ. Ҡыйғы районындағы “Маяҡ” лагеры йыл әйләнәһендә ошо йүнәлештә балаларҙы ҡабул итергә тейеш. Радий Хәбиров етәкселегендә уҙған дүшәмбе кәңәшмәһенең маҡсаты аҙнаға йомғаҡ яһау түгел. Эш аҙнаһының беренсе көнө тотош ете көнгә бурыстарҙы билдәләп, уларға яуап табыр мәл.
Тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ
Тырышлыҡ ерҙә ятып ҡалмаҫ