Республика Рәсәй төбәктәре араһында автомобиль бензины, аҙыҡ һәм кальцийландырылған сода, быяла, автомобиль тағылмалары, ярымтағылмалар кеүек һәм башҡа тауарҙар етештереү өлкәһендә алдынғы. 2023 йылдың ғинуар-май айҙарында сәнәғәт етештереү индексы 104,8 процентҡа етте, был Рәсәй буйынса дөйөм күрһәткестән юғарыраҡ. Етештереү күләмдәрен арттырыу сәнәғәттең бар дүрт тармағында ла күҙәтелә – үткән йыл күрһәткестәре менән сағыштырғанда сеймал етештереү 115,3, эшкәртеүсе сәнәғәт – 102,9, энергетика – 105,4, коммуналь тармаҡта 106,9 процент.
Алдынғылыҡты һаҡлау мөһим
Алдынғылыҡты һаҡлау мөһим