Кино актеры булғың килһә...

Кино актеры булғың килһә...

Бөрө ҡалаһында урынлашҡан “Соколенок” балалар лагерында Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы «кино ижад итеүселәр» тип аталған видеояҙмалар конкурсы уҙғарҙы. Ҡатнашыусылар һәм ойоштороусылар менән хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова танышты.Конкурста Республиканың 7 балалар йортонан 40-тан ашыу тәрбиәләнеүсе ҡатнаша. Сараның маҡсаты балаларға патриотик тәрбиә биреү һәм кино сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, ти ойоштороусылар. Кино өлкәһендә үҙ көстәрен һынап ҡараусы балаларға, төрлө оҫталыҡ дәрестәре лә үткәрелде. Берәүҙәр заманса бейеү оҫталығына өйрәнһә, икенселәре республикала танылған футболсыларҙың береһе Азамат Ҡыуатовтан футбол уйнау нескәлектәренә төшөндө.Шулай уҡ, балалар ҙур кинәнес менән билдәле актер Рөстәм Солтанғужиндың кино сәнғәте тураһындағы лекцияһын тыңланы. Кино менән ҡыҙыҡһыныусылар барлыҡ һорауҙарына яуап алып, илһамланып, үҙҙәренә йәнә яңы маҡсаттар ҡуйҙы.Һәр бала был көндә үҙен йондоҙ итеп тоя алды. Файҙалы мәғлүмәттәр алғандан һуң, матурлыҡ хаҡында ла онотманылар. Малайҙар замансалап сәстәрен ҡыртыртһа, ҡыҙҙар инде толом-толом сәстәрен үрҙерҙе.Иң ҡыйыуҙары уҡтан атыуға ла өйрәнде. Сараның иң тулҡынландырғыс мәле — ҡатнышыусыларҙы бүләкләү тантанаһы. Конкурста ҡатнашҡан 8 командаға ла дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Балаларҙың йөҙөнән көнө буйы йылмайыу китмәне. Һис шикһеҙ, был матур ваҡиға уларҙың хәтерендә оҙаҡ йылдарға һаҡланыр.