Торатау Конгресс-холлында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров финанс-иҡтисади органдарҙың Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумын асыуҙа ҡатнашты. Өфөлә үткән сараға юғары уҡыу йорттары, федераль һәм төбәк власть органдарының корпоратив һәм банк секторы вәкилдәре – 500-ҙән ашыу делегат саҡырылған. Форумдың көн тәртибенә – дәүләт идараһы, коррупция менән көрәш, министрлыҡ, ведомство һәм ойошмалар эшмәкәрлегенең сифатын яҡшыртыу мәсьәләләре сығарылған. Форумда ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сәләмләп, республикала коррупция менән көрәшкә ҙур иғтибар бүленеүен билдәлән.
Коррупцияға ҡаршы көрәш алымдары Өфөлә хәл ителә
Коррупцияға ҡаршы көрәш алымдары Өфөлә хәл ителә