Ишле ғаиләләрҙе социаль яҡлау көсәйтелә

Ишле ғаиләләрҙе социаль яҡлау көсәйтелә

Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса ил хөкүмәте өс һәм унан да күберәк балаһы булған ғаиләләрҙең ипотекаһын түләү программаһына 15 миллиард һум аҡса бүлә. Был турала Министрҙар кабинеты ултырышында хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин белдерҙе. Хөкүмәт 2019 йылдың 1 ғинуарынан һуң өсөнсө йәки дүртенсе балаһы тыуған ғаиләләрҙең ипотека кредиттары буйынса бурыстарын түләүгә өҫтәмә 15 миллиард һум аҡса бүләсәк, тине Михаил Мишустин. Быға тиклем Рәсәй президенты балалы ғаиләләрҙең килемен даими күҙәтергә алырға, адреслы һөҙөмтәле саралар күрергә саҡырғайны.