Пенсионерҙарға сертификаттар

Пенсионерҙарға сертификаттар

Башҡортостан пенсионерҙарына өлкән йәштәгеләр өсөн ойошторолған төрлө сараларҙа ҡатнашыу сертификаттары тапшырыла башлай. Ошо хаҡта республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы хәбәр итә. Республикала оло йәштәге кешеләр өсөн белешмә программалары, физкультура-һауыҡтырыу һәм ял саралары тәҡдим ителә. Ошо сараларҙа ҡатнашыу хоҡуғын биргән сертификат хаҡлы ялдағыларға 2023 йылдың 17 июленән башлап сиратҡа ярашлы тапшырыла башланы. Тулыраҡ мәғлүмәтте халыҡты социаль яҡлау буйынса республика үҙәгендә алырға мөмкин. Сертификат тапшырыу тураһында хәбәр алғандан һуң өс көн эсендә уны Үҙәккә барып алыу мотлаҡ, килмәгән осраҡта ул сират буйынса киләһе пенсионерға бирелә. Сертификатҡа эйә пенсионер ҡайһы клубта ниндәй күнегеүҙәргә барыуҙы, ниндәй белем биреү ойошмаһында шөғөллөнеүҙе үҙе һайлай. Йәғни, ошо йылда үткән сараны ойоштороусыға шәхсән мөрәжәғәт итә.