Өфөнөң тарих музейында “Ғәҙәти нацизм” тип аталған күргәҙмә эшләй башланы. Ул Украина неомилләтселәренең енәйәттәренә һәм Донбасс халҡының юғалтыуҙарына арналған. Азат ителгән биләмәләргә сәфәр барышында экспедиция ағзалары Киев режимы террорсыларының енәйәт ҡылған дәлилдәргә юлыға. Хәҙер улар бер проектҡа тупланған. Күргәҙмәне асыу сараһында Рәсәй фән һәм юғары белем биреү министры урынбаҫары, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.Башҡортостан етәкселегенә Украина террорсыларының енәйәттәре яҡындан таныш. Сөнки, Радий Хәбиров етәкселегендәге рәсми делегация махсус хәрби операция үткән биләмәгә даими барып, урындағы власть вәкилдәре, беҙҙең хәрбиҙәр, мобилизация буйынса саҡырылғандар, доброволецтар менән һәр ваҡыт аралашып тора. “Улар беҙҙең илде милләтселәрҙән һаҡлай. Шуға күрә лә беҙ хәлде яҡшы аңлайбыҙ”, — тине күргәҙмәне асыу ваҡытында Радий Хәбиров.Махсус хәрби операция башланғас та уҡ айырым төркөм экспонаттарҙы туплай башлаған. Күргәҙмәлә яманлыҡ һәм яҡшылыҡтың осрашыуы күрһәтелә. Фашистарҙың вариҫтары тип һанаған Украина террорсылары хәрби операция барған биләмә картаһында үҙҙәрен күк төҫ менән билдәләй. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немецтар шулай иткән. Күргәҙмә Украина милләтселәренең енәйәттәрен төрлө яҡлап асып һала һәм яҡшылап аңлатма ла бирә. Уны күберәк кешеләр, бигерәк тә йәштәр килеп ҡарар, тип ышана ойоштороусылар. Рәсәй тарихсылары билдәләүенсә, төбәктәрҙә ошондай сараларҙы йышыраҡ уҙғарырға кәрәк. Башҡортостанда был эш башланған да инде.Бында Бөйөк Ватан һуғышы, 2014 йылда Киевта уҙған майҙан, Украинала милләтселектең яңынан уяныуы, Азов полкының булдырылыуы, 8 йыл Донбаста барған һуғыш, махсус хәрби операция башланыуы тураһында мәғлүмәттәр алырға була. Шулай уҡ, Украина ғәскәрҙәренә Нато һәм ҡайһы бер дәүләттәрҙең ярҙам итеүе хаҡында материалдар ҡуйылған. Ҡалаларҙың емерелеүе, халыҡтың үлеме һәм балаларҙың ыҙалауы тураһында ла фото-күргәҙмәләр урын алған. “Ғәҙәти нацизм” тип аталған экспозиция сентябрь аҙағына тиклем эшләй.
Өфөлә “Ғәҙәти нацизм” тип аталған күргәҙмә эшләй башланы
Өфөлә “Ғәҙәти нацизм” тип аталған күргәҙмә эшләй башланы