Өфөлә тимер юл составынан да интерактив музей ҡорорға йыйыналар

Өфөлә тимер юл составынан да интерактив музей ҡорорға йыйыналар

Ул башҡаланың Дим биҫтәһендә урынлашасаҡ. Ошо хаҡта Дим район хакимиәте башлығы Антон Тарасов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Дим паркында яңы музей өсөн урын әҙерләнә. Ошо аҙнала вагон Дим биҫтәһенә килтерелде. Уны парктағы урынына ҡуйыр алдынан кесе ремонт талап ителә. Район хакимиәте башлығы белдереүенсә, ауырлығы 12 тонналыҡ вагонды Шишмә станцияһынан алып килергә бихисап техника берәмеге, тимер юл һәм райондың коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.