Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров эҙләү-ҡотҡарыу отряды ирекмәндәре менән осрашты. Рәсәйҙең ун төбәгенән «ЛизаАлерт» ирекмәндәре бер урынға тәжрибә уртаҡлашырға йыйылды. Хәҙер Элина Вәлишина отрядта иң мөһим ролдәрҙең береһен башҡара. Ҡыҙ, мәғлүмәт координаторы булараҡ, эҙләүҙәрҙе еңеләйтеү өсөн бөтә детальдарҙы аныҡлай һәм юғалған кешенең туғандарын һәм яҡындарын тынысландыра. Ә бынан бары 2 йыл элек ул башҡалар кеүек уҡырға килгәндә, кешене эҙләү-ҡотҡарыу эшенең мөһимлеген аңлап та бөтмәгән.Бындай күләмле уҡытыу Башҡортостанда тәүге тапҡыр үткәрелә. Өфөгә Татарстандан, Сыуашстандан, Удмуртиянан, Пермьдән һәм Рәсәйҙеү башҡа төбәктәренән эҙләүселәр килде.Сараны асыу тантанаһында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сәләмләне. Ул эҙләүсе-ҡотҡарыусыларға үҙ теләктәрен әйтте һәм бындай сараларҙы даими рәүештә “Патриот” паркы базаһында үткәрергә тәҡдим итте.Шулай уҡ Радий Фәрит улы “ЛизаАлерт” эҙләү-ҡотҡарыу отряды эшенең мөһимлеге тураһында дүшәмбе һайын үткән оператив кәңәшмәлә лә билдәләп үтте.Уҡытыу программаһы тәжрибәле ирекмәндәр өсөн дә, яңы килгәндәр өсөн дә ҡыҙыҡлы. Инструкторҙар медицина ярҙамы күрһәтеү, эвакуация, навигатор һәм карталар менән эшләү буйынса дәрестәр үткәрә. Урындағы ерҙе тикшереп сығыу һәм яуап биреү алгоритмдары менән дә таныштыра. Теоретик дәрестәр урманда эҙләү квестары менән оҙатыла. Бурыстар ябай түгел, әммә йыш ҡына тап ошондай хәлдәр менән ирекмәндәр ысын барлыҡта осраша.«Лиза Алерт» эҙләү отряды-ҡайһы берҙә туғандарын һәм яҡындарын табыу өсөн һуңғы мөмкинлек. Ирекмәндәр әйтеүенсә, улар өсөн иң ҡиммәтлеһе-рациа аша “Табылды. Тере” тигән һүҙҙе ишетеү.Отряд үҙ аҡсаһына һәм хәйриә ярҙамына эшмәкәрлеген ҡора. Төп сығымдар бензин һәм ҡорамалдарға китә. Әммә иң мөһиме, ирекмәндәргә һәр ваҡыт һәм иң кәрәклеһе- кешеләр. Отрядҡа инер өсөн, сайтта анкета ғына тултырыр кәрәк.
Юғалғандарҙы эҙләүселәр
Юғалғандарҙы эҙләүселәр