“Янған-Тау” геопаркы биләмәһендәге ҙур тарихи-мемориаль комплекс батыр тыуған Тәкәй ауылы урынында дүрт ярым гектар майҙанда ҡорола. Был хаҡта «Салауат ерендә» газетаһы яҙып сыҡты. Комплекс геопарк ҡунаҡтарының һәммәһен дә ҡабул итәсәк. Проект Мостай Кәримдең “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәре нигеҙенә таяна. Унда Салауат Юлаев исеменә бәйле һуҡмаҡтар, күҙәтеү майҙансыҡтары, тамашасылар өсөн амфитеатр, осрашыу урындары, эскәмйәләр, тематик зоналар, үҙәндәр буласаҡ. Яңы парктың хаҡы 128 миллион һум. Төп объекттар төҙөлөшөн быйыл йыл аҙағына тамамлау ҡаралған. Кәртәләү, төҙөкләндереү, электрлаштырыу һәм биҙәү эштәрен 2024 йылдың яҙына йомғаҡлау көтөлә. Киләһе йәйгә тарихи-мемораль комплекс ҡунаҡтар ҡабул итергә әҙерләнә. «Янған-Тау» геопаркы директоры Айрат Ғәлиев: “Подряд ойошмаһы урында төҙөлөш майҙанын әҙерләү менән мәшғүл”, — тип хәбәр иткән.
Башҡортостанда “Салауат ере” тип аталған уникаль парк асыу көтөлә
Башҡортостанда “Салауат ере” тип аталған уникаль парк асыу көтөлә