Рәсәй геройы генерал Шайморатов исемендәге батальон тулыланды

Рәсәй геройы генерал Шайморатов исемендәге батальон тулыланды

Өфөнән ирекле отрядта хеҙмәт итергә тағы ла 40 кеше теләген белдереп, һайлау үтеп, хәрби әҙерлек урындарына юлланды. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта.Шайморатов батальонына хеҙмәт итергә теләүселәр Башҡортостандың хәрби комиссариатына килеү менән тулыһынса хәрби форма менән тәьмин ителә. Бөгөн егеттәр күнекмәләр үтеү урынына юллана. Араларында башҡа хәрби ойошмаларҙан күсеүселәр ҙә бар.Башлыса, быға тиклем дә конракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған, тәжрибәле һалдаттар йыйылған. Улар тап яҡташтары менән иңгә-иң терәшеп көрәшер өсөн Рәсәй Геройы генерал Шайморатов батальонын һайлаған.Башҡортостанда генерал Шайморатов исемендәге ирекле батальон бер йыл элек ойошторолғайны. Ул бөгөн дә яңы көстәр менән тулыланып тора. Был юлы составҡа 40 кешенән торған команда ҡушыла.Шайморатов батальонының яңы ағзалары тәүҙә Ростов өлкәһендәге хәрби частә белемдәрен, оҫталыҡтарын камиллаштырасаҡ. Һуңынан Украинаға махсус хәрби операцияға юллана.