Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу дауам итә

Республикала контракт буйынса хәрби хеҙмәткә кандидаттар һайлап алыу дауам итә

Килешеү төҙөргә теләүселәр йәшәгән урыны буйынса комиссариатҡа мөрәжәғәт итә ала. Башҡортостанда һайлап алыу пункты Өфө ҡалаһы Революция урамы 156 адресы буйынса эшләй. Контракт төҙөргә теләгән ирекмәндәргә ниндәй шарттарҙы үтәргә кәрәклеге хаҡында киләһе сюжетыбыҙ.Контракт буйынса хәрби хеҙмәтте эш тип атарға ла мөмкин, унда шулай уҡ эш хаҡы түләнә, ял, һәм стандарт хеҙмәт эшмәкәрлегенең башҡа атрибуттары булыуын күҙ алдында тота. Армияла аҡсалата тьәмин итеү хәрби дәрәжәгә, вазифаға, хеҙмәт йылдарына һәм башҡа факторҙарға бәйле. Бынан тыш, түләүҙәр күләменә хеҙмәт урыны ла йоғонто яһай: махсус хәрби операция зонаһында эш хаҡы тылға ҡарағанда күпкә юғрыраҡ буласаҡ. Эш хаҡынан тыш, контрактсылар премиялар, хәрби ҡаҙаныштар һәм уңыштар өсөн бонустар ала ала.Профессиональ һайлап алыу 2 этаптан тора. Тәүге этап хәрби хеҙмәткә барырға теләүсе кандидаттан яҙма рәүештә һорау алыу. Икеснсеһе ирекмәнде социаль-психологик яҡтан тикшереү, уның мотивацияһын белеү. Иң мөһиме ирекмәндәрҙең һаулыҡтары ныҡ булыу, быны тикшереү өсөн урындағы йәки хәрби комиссариатта урынлашҡан медицина тикшереүен үтеү мотлаҡ. Контракт буйынса хеҙмәт итергә теләүселәр йәшәгән районы буйынса комиссариатҡа йәки һайлап алыу пунктына мөрәжәғәт итә ала.