Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Белорет районындағы урман янғынын һүндереү һәм ҡотҡарыу операцияһы видеоһын баҫтырҙы. Ут менән көрәшкә тиҫтәләгән берәмек техника, йөҙәрләгән кеше йәлеп ителә. Күтәрелгән ел иһә янғынды таратып, ауылдарға яҡынлаша. Ут ҡулсаһында янғын һүндереүселәр ҡалып, был хәл фажиғә менән тамамлана яҙҙы. Уларға вертолет ярҙамға килде. Ошо хаҡта киләһе сюжетта. Үҙән ауылынан йыраҡ түгел урман янғыны менән көрәшкән ҡотҡарыусылар ут ҡулсаһында ҡала. Көслө ел күтәрелеп, ерҙәге ялҡын ағас олондары буйлап китә. Шулай итеп, янғын һүндереүселәрҙең сығырға юлы ҡалмай. Улар янған үлән һәм ағастар яғына йүнәлеп, вертолет ултырырлыҡ урын эҙләй башлай.Ике сәғәттә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, урман хужалығы һәм Ғәҙәттән тыш хәл буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәрен хәүефһеҙ урынға сығаралар.Янғынды һүндереү барышын беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып күреп, ошо хаҡта репортаж эшләгәйне. Ул көндә ут көсәйә генә башлаған ине. Урман янғыны 1 мең 600 гектар майҙанды баҫып алғас, ҡотҡарыусылар уны туҡтатырға өлгәшә. Һүндерергә урман һәм тауҙар, йәйге селлә ҡамасауланы. Тау һәм урман араһына техника үтә алмаған урындарҙы вертолет ярҙамында һүндерҙеләр, техника һауаға бер-нисә тапҡыр күтәрелде. Ка-32 400 тонна самаһы һыу һипкән.Вертолет буш тормай, уҙған йылда Хәйбулла, Йылайыр һәм Ейәнсура райондарындағы урман янғындарын һүндерергә булышлыҡ итте. Техника Башҡортостан етәкселеге башланғысы һәм ярҙамы менән һатып алынды.Янғын хәүефһеҙлеге миҙгеле тамамланғас ҡотҡарыусыларҙы имен урынға сығарған осоусыларҙы ла дәүләт наградалары менән бүләкләйәсәктәр. Улар иһә беҙ үҙебеҙҙең ғәҙәти эшебеҙҙе башҡарабыҙ, тип белдерә.
Ҡотҡарыусыларҙы ҡотҡарғандар!
Ҡотҡарыусыларҙы ҡотҡарғандар!