“Өфө муйынсаһы” йәйәүле маршруты баш ҡаланың 450 йыллыҡ юбилейын билдәләгән көндәрҙә файҙаланыуға тапшырыла. Өфө ярымутрауын үҙ эсенә алған был проект һәм уның нисек бойомға ашырылыуы менән республика башлығы Радий Хәбиров танышты. Хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибәтуллин әҙерләгән яҙмала тулыраҡ мәғлүмәттәр. Сыйырсыҡтар өсөн был ояны кем һәм ҡасан яһағаны билдәһеҙ. Ағас ҡумтаны һынған ағас олононда ҡалдырып ҡына киткәндәр. Һуңғы йылдарҙа ҡала янындағы урманда кешеләрҙең күбәйеүе ныҡ һиҙелә. Төрлө һындар, асфальт юлдар ошоға йәнә бер дәлил. Башҡортостан етәксеһе “Өфө муйынсаһы” программаһын үтәгәндә тирә-яҡ мөхиткә зыянды мөмкин тиклем аҙ килтерергә, ағастарҙы ҡырҡыуҙы кәметергә саҡыра. Өфө буйындағы яңы проектты бойомға ашырыу барышы менән танышып, Радий Фәрит улы обьекттарҙы шәхсән тикшерҙе. Баш ҡала янындағы муйынса маҡсаты – ҡала халҡына тәбиғәт менән аралашыу мөмкинлеген биреү. Бының өсөн Ағиҙел һәм Өфө йылғалары ярҙары айырыуса уңайлы. Әлегә төҙөкләндереү эшенә 4 район – Орджоникидзе, Калинин, Октябрь, Киров райондары ҡушылған. Асфальт һуҡмаҡ тамамланған ерҙә таш юл. Кемдер велосипедта йөрөүе ҡыйын буласаҡ, тип борсолһа — хәсрәт урынһыҙ. Теүәл 15 метрҙан тағы ла тигеҙлек. Ғафури исемендәге паркта баш ҡалалағы иң оҙон ял маршруттары. Бында спорттың экстремаль төрөн яратыусылар һуҡмаҡ һалған. Тап ошонда Радий Хәбиров маунтинбайкты үҙ иткән йәштәр фекерен дә тыңланы. Өфө янында “сәләмәтлек һуҡмаҡтарын” хәҙер пенсионерҙар “ныҡ тапай”. Улар скандинав атлауын үҙ итеп, көнөнә тиҫтәләрсә саҡырымды үтә. Өлкән йәштәгеләр “башҡорт оҙон ғүмерлеге” программаһы тураһында ла яҡшы белә. Өфө муйынсаһы проекты әле тулыһынса ғәмәлгә ашырылмаһа ла, баш ҡаланың Черниковка биҫтәһендә йәшәүселәр өсөн маршруттар күптән бар. Быйыл Калинин исемендәге парк менән Сипайловолағы урман һуҡмаҡтары ла оҙон юлға инәсәк. Дөйөм оҙонлоғо 70 саҡрымға һуҙылған юл Өфөлә 420 мең кешегә 15 минутта тәбиғәткә сығып етеү мөмкинлеген аса.
Өфө ынйылары
Өфө ынйылары