Башҡортостандан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дауалау һәм реабилитациялау төп бурыстарҙың береһе. Бер генә шифахана ла уларға хеҙмәттәр күрһәтеүҙән баш тартырға тейеш түгел. Ул ғына түгел, шифаханаларҙағы урындарҙың 10 проценты хәрбиҙәргә дауаланыу өсөн бүленә. Был турала Республика менән идара итеү үҙәгендә үткән оператив кәңәшмәлә финанстар министры Лира Иғтисамова белдерҙе. Көн тәртибенә сығарылған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин сюжеты.Аҙна йомғаҡтары менән бер рәттән киләсәккә маҡсаттар. Башҡортостан өсөн дүшәмбе кәңәшмәһе ошонан ғибәрәт. Мәҫәлән, республика хәҙер йыл һайын йылына кәм тигәндә 3 миллион квадрат метр майҙанда торлаҡ сафҡа тапшыра ала. Радий Хәбиров төҙөлөшкә иғтибарҙы арттырыу кәрәклеген белдерә. “Башҡорт аты” фестивале иһә иғтибарҙа ҡала. Сара Баймаҡ өсөн генә әһәмиәтле түгел, форум Башҡортостан өсөн кәрәк. Радий Хәбиров ҙур байрамға Рәсәй субьекттарынан абруйлы ҡунаҡтарҙың килеүен хәбәр итте. Башҡортостандың донъя кимәлендәге фәнни-мәғариф үҙәге лә хәҙер республика ғорурлығы. Ул Рәсәйҙәге иң яҡшы үҙәктәр исемлегенең үҙ төркөмөндә беренсе урынға сығып, 158 миллион һумлыҡ грантҡа лайыҡ булды. Әйткәндәй, Евразия фәнни-мәғариф үҙәгенең был конкурстағы дәғүәселәре һаны 15-тән ашыу ине, ти Башҡортостан башлығының фән буйынса кәңәшсеһе Руслан Ҡазыханов. Республика аҡсаны хәҙер теүәл һанарға ғына түгел, ә ситтән йәлеп итергә ваҡыт таба. Быға миҫал – инвестиция сәйәсәтен камиллаштырыу. Хәҙер ҡануниәттә бюрократияға урын ҡалмай. Эшҡыуарҙарға Башҡортостан йөҙ менән генә боролмай, ә ишектәрҙе үҙе асып, түргә саҡыра. Килешеүҙәрҙе яҡлау ваҡытын мөмкин тиклем ҡыҫҡартыу һәм ер бүлемдәрен биреүҙе камиллаштырыу. Башҡортостан үҙ тарихында беренсе тапҡыр йәйге Сурдлимпия уйындарын ҡаршылай. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙа әлегә 25-тән ашыу илдән мең ярым атлет ҡатнашыу теләген белдергән. Турнир 21 төр ярыштан тора. Дүшәмбе кәңәшмәһендә ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе махсус хәрби операцияларҙа ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләренә ярҙам. Был эш системалы алып барыла. Башҡортостанда ошо төр ярҙам 33 йүнәлешкә бүленеп, финанслау күләме 4 миллиард һумға баһалана. Финанстар министры Лира Иғтисамова әйтеүенсә, әлеге башланғыстарҙы камиллаштырыу кәрәк. Медицина ярҙамынан тыш, хәрбиҙәрҙе адаптация көтә. Ул һалдаттарҙы эшкә урынаштырыу, белем алыу мөмкинлеген биреү. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың был йәһәттән район хакимиәттәре башлыҡтары тәҡдимдәрен иҫәпкә алырға ҡуша. Кешеләргә кешесә ҡараш кәрәк, тигән фекерҙә Радий Фәрит улы. Маҡсаттарға килгәндә Мәскәү өлкәһендәге Красногорск ҡалаһында “Башҡортостан көндәре” үтәсәк. Августҡа тәғәйенләнгән форум республика өсөн айырыуса әһәмиәтле.
Шифаханаларҙағы урындарҙың 10 проценты хәрбиҙәргә дауаланыу өсөн бүленә
Шифаханаларҙағы урындарҙың 10 проценты хәрбиҙәргә дауаланыу өсөн бүленә