Өфө эргәһендәге “Зәңгәр күл” янында мунса комплексы төҙөлә

Өфө эргәһендәге “Зәңгәр күл” янында мунса комплексы төҙөлә

Тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә эштәр июнь айында уҡ башланған. Йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре күл янында ер ҡаҙып, бағаналар ултыртып, төҙөлөш башлаған. Бында даими ял итергә килгән халыҡ ризаһыҙлыҡ белдерә. Күл буйындағы төҙөклөктө хәбәрсебеҙ Гөлфиә Мәҡсүтова барып күрҙе.Асыҡланыуынса, йәмәғәт ойошмаһы урман хужалығы министырлығынан “Зәңгәр күл” янындағы биләмәне тергеҙеү өсөн ҡуртымға ала, шунан һуң тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә мунса комплексы төҙөлә башлай. Әммә бының менән барыһы ла килешмәй.Ринат Гәрәев “Зәңгәр күлгә” 4 йыл самаһы дуҫтары менән килеп ағастар ултыртып, тирә яҡты сүп-сарҙан таҙартып, һыу инеп ҡайта. Төҙөкләндереү хаҡында ишеткәс тә хәүефләнә башлай.Белгестәр әйтеүенсә, бер ниндәйҙә тәбиғи ҡомартҡы янында хоҡуҡ боҙоу осрағы асыҡланмаған. Барыһы ла ҡуртымға алынған биләмә сиктәрендә башҡарыла.12 йылға ҡуртымға ер алған төҙөүсе әйтеүенсә, күлгә бер ниндәйҙә зыян килмәйәсәк, киреһенсә, эргә-тирәһен төҙөкләндереү һәм таҙартыу төп маҡсат. Тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһен яҡшыртыу уңайынан эскәмйәләр, кейенеү бүлмәләре, газон үләне ултыртыу, ҡараңғы ваҡытта тауҙарҙы яҡтыртҡыс ҡуйыу планлаштырыла. Төҙөүсе хоҡуҡ боҙмағанын аныҡлаған документтарын да күрһәтте. Төҙөлөш ошо йәйҙең аҙағына тиклем дауам итә.Был уникаль урынға ял итергә килеүселәрҙең дә фекере төрлө.