Башҡортостанда иң көслө кешене асыҡланылар

Башҡортостанда иң көслө кешене асыҡланылар

Ауырғазы районында стронгмен һәм милли көрәш буйынса турнир уҙҙы. Илдең төрлө төбәктәренән йыйылған спортсылар төрлө дисциплиналарҙа көстәрен һынаны. Хатта боронғо башҡорт ҡоралы — суҡмар ырғытып та ҡараны. Тулыраҡ мәғлүмәт киләһе сюжетта. Көс экстримы буйынса донъя, Евразия һәм Рәсәй рекордсыһы Дмитрий Локтионов Ауырғазы районында уҙғарылған республика турнирына Силәбе өлкәһенән килеп еткән. Был спорт менән ул өс йылдан ашыу шөғөлләнә. Еңеү яулауға ҡарағанда, ошондай сараларҙа төрлө тарафтарҙа йәшәүсе спортсылар менән осрашып аралашыуы үҙе бер ҡыуаныс, ти ул.Көйәрмәндәр ҙә ҡыуанысын йәшермәй. Ҙур кинәнес менән һәр ҡатнашыусыны дәртләндереп тора. Спорт ярыштарынан тыш, концерт номерҙары ла байрам яландында йыйылған халыҡтың күңеленә хуш килде.Юғары кимәлдәге титуллы ун дүрт спортсы физик яҡтан түҙемлектәрен һәм көсөн тикшерҙе. Барыһы биш дисциплина: 120 кг-лыҡ бүрәнә күтәреү, шундай уҡ ауырлыҡтағы ике снарядты ҡулға тотоп йүгереү, тәгәрмәс ҡабығын әйләндереү, 350 кг-лыҡ спорт инвентарын түңәрәк буйлап күсереп йөрөтөү һәм суҡмар ырғытыу. Әйткәндәй, иң көслө кешеләр Башҡортостанда тәүгегә 25 килограмм ауырлыҡтағы боронғо башҡорт ҡоралын ырғытыуҙа ярышты.Шуныһы ҡыҙыҡлы, турнир ҡунаҡтары ла оҡшаған снарядта көсөн һынап ҡарай алды. Күптәрҙе тап суҡмар йәлеп итте.Көрәшселәр ҙә был саранан ситтә ҡалманы. Күрше майҙанда милли көрәш буйынса турнирҙа егеттәр бил һынаны. Ауырғазы районындағы был сара республика башлығы гранты ярҙамында ойошторолдо. “Иң көслө кеше” титулын Белгород өлкәһенән донъя чемпионы Давид Шамей яуланы.Еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһынан һуң, тамашасылар башҡорттарҙың «Ылаҡ» ат-спорт уйынын күҙәтте. Әйтергә кәрәк, был милли уйын тергеҙелеп, хәҙер республика һәм район байрамдарында йыш уҙғарыла. Ойоштороусылар стронгмен һәм милли көрәш буйынса турнирҙы ла төбәктә йыл һайын үткәрергә тигән ҡарар ҡабул итте.