Быйыл Башҡортостанда 2 мең 800-ҙән ашыу ут сығыу осрағы теркәлгән.
Янғындарҙан 200 миллион һум самаһы матди зыян күрелгән. Күп осраҡта, ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн бюджет ярҙамы талап ителә. Улар күрелгән зыянды тулыһынса ҡапларға мөмкинселек бирмәй. Шуларҙы иҫәпкә алып, Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты, халыҡты үҙ милкен страховкалауға өндәү буйынса, башланғыс менән сыға. Аңлатыу эштәре иң башта, халыҡҡа һәм страховка компанияларына йүнәлтелгән.