Наградалар үҙ хужаларын тапты

Наградалар үҙ хужаларын тапты

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сираттағы дәүләт наградаларын тапшырҙы. Рәсәй һәм төбәк кимәлендәге маҡтаулы исемдәргә, почет грамоталары, рәхмәт хаттарына төрлө өлкәләрҙә тырышып эшләгән 50-нән ашыу яҡташыбыҙ лайыҡ, тип табылды. Тантананан Ләйсән Тимербулатова репортажы.Һәр бүләкләнеүсене хатта икешәр ҡат алҡышлап ҡаршы ала залда ултырыусылар. Улар ғилем, сәнғәт әһелдәре, төрлө ойошма етәкселәре, уҡытыусылар, янғын һүндереүселәр, урмансы, ветеринарҙар. Радий Фәрит улы ҡотлауҙарҙы ғилми хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләүҙән башланы һәм уларға Рәсәй Президенты указы менән тәғәйенләнгән наградаларын тапшырҙы. Дуҫлыҡ ордены — Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институты лабораторияһы мөдире Нина Лещенкоға, 1-се дәрәжәВатан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы – Биохимия һәм генетика институтының баш ғилми хеҙмәткәре Венер Вәхитовҡа һәм бер төркөм фән өлкәһендә эшләүсе алдынғыларға 2-се дәрәжәВатан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орден миҙалы тапшырылды.Башҡортостандың стратегик тикшеренеүҙәр институты төп ғилми хеҙмәткәре Луиза Сәмситова иһә “Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре” маҡтаулы исемен алды.Бүләкләнеүселәр араһында беҙҙең хеҙмәттәштәребеҙ ҙә бар ине. Күгәрсен районының Мораҙым гәзитендә 40 йылдан ашыу версткалау буйынса инженер булып эшләгән Нәсимә Сәмиғуллинаға “Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған элемтә һәм мәғлүмәт хеҙмәткәре” исеме бирелде.Ә Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исеме менән Радий Фәрит улы Павел Самойлинды тәбрикләне.Үткән тантананан һуң төбәктә атҡаҙанған юристар, машина төҙөүселәр, энергетиктар, табиптар һаны артты. Төбәк етәксеһе тағы ла Белорет районы Тирлән ауылы мәктәбенең математика уҡытыусыһы Рена Ивановна Кәримоваға бер ай элек иғлан ителгән “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” исемен тапшырҙы. Рена Ивановна өс улын махсус хәрби операцияға оҙатҡан әсә. Ҡыҙғанысҡа – әле тик икеһе иҫән. Вафат булған һалдат әсәләрҙән Сибай концерт-тетар берләшмәһе артисы Лариса Хатмуллина ла Радий Фәрит улы ҡулынан маҡтаулы наградаһын алды.Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам иткән эшҡыуарҙар ҙа иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Һалдаттарҙы матрастар тәьмин итеүсе Рәмил Мәмлиев Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Башҡортостан тормошо менән ҡайнап, үҙҙәре хеҙмәт иткән өлкәлә өлгө булып торған һәр бүләкләнеүсе ҡыуаныс һәм рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне. Тыуған еребеҙ тип янып-көйгән ут һүндереүселәр – 22-се янғын-ҡотҡарыу отрядының 1-се бүлеге егеттәре – Данил Күсемов, Максим Могила һәм Марат Яппаровтар ҙа улар рәтенән. Республика урмандарындағы быйылғы янғынды һүндереүҙә күрһәткән батырлыҡтары хәҙер уларҙың күкрәгендә генерал Шайморатов миҙалы булып балҡый. Киләһе бүләкләнеүсе үҙе балҡый. Ул Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы – Ольга Шәрәфетдинова.Радий Фәрит улы тағы ла бик күп алдынғы хеҙмәткәрҙәргә, киләсәктә лә уңышлы эшләүҙәрен теләп, маҡтау грамоталарын һәм рәхмәт хаттарын тапшырҙы.