Өфөләге данлыҡлы “Актерҙар һәм табиптар йорто”нда йәшәүселәргә балкондарына сығырға рөхсәт итмәйҙәр. Сөнки уның емерелеүе мөмкин. Фатир хужалары билдәләүенсә, бер-нисә йыл өй капиталь ремонт күрмәгән. Әммә, торлаҡты төҙөкләндерергә йыйынмайҙар, сөнки ул архитектура ҡомартҡыһы тигән исем алмаған. Тулыраҡ сираттағы яҙмала.Өфө уртаһында йәшәүселәр өсөн фасад өлөштәренең ерҙә ятыуы ғәҙәти күренешкә әйләнеп бара. Уҙған быуатта билдәле актерҙар һәм табиптар йәшәгән 5 ҡатлы йорт күҙ алдында емерелә.Өҫкө ҡаттағы балкондарҙан төшкән онтаҡтарҙы хужаларға көн һайын йыйыштырып торорға тура килә. Был эш кеше ғүмеренә хәүеф менән янай.Идарасы компания ла ошондай һығымтаға килгән һәм балконға сығырға тыйған.Йорт янынан үтеп барыусыларҙың да башына кирбес килеп төшөүе мөмкин. Шуға күрә лә идарасы компания вәкәләттәрҙе бүлгеләгән. Әгәр балкондың ситенән йә өҫтөнән киребс йә башҡа онтаҡ төшһә – фатир хужалары яуап бирә, ә инде төбө – плитаның берәй өлөшө емерелһә – бөтә дәғүәләр йәнәһе идарасы компанияға.Яңыраҡ подъездар эсендә лә ҡатмарлыҡтар башланған.1937 йылғы йорттоң торошо кешеләрҙә хәүеф тыуҙыра. Фатир хужалары мотлаҡ капиталь ремонт талап ителә тип билдәләй. Әгәр мәсьәлә урынынан ҡуҙғалмаһа, был хәл фажиғә менән тамамланыуы ихтимал, тигән фекерҙә улар.Башҡортостандың мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау идаралығы иһә әлегә халыҡҡа ҡыуаныслы хәбәр еткерә алмай.Төбәк идаралығында йорт ҡасан бындай статус аласағын аныҡ ҡына әйтә алмайҙар. Шуға күрә бында йәшәүселәргә капиталь ремонт башланғанын түҙемһеҙләнеп көтөргә ҡала.
Балкон емерелә
Балкон емерелә