Өфөлә Зинин тимер юлы аша күпер төҙөү эштәре тамамлана

Өфөлә Зинин тимер юлы аша күпер төҙөү эштәре тамамлана

Көтөп алынған юл үткәргесен 1 сентябрҙә асыу планлаштырыла. Әле юлға асфальттың тәүге ҡаты түшәлә. Объектты төҙөүгә миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Ул “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. 15 мең тоннанан ашыу асфальт-бетон ҡушылмаһы. Эшселәр алдында ошо күләмдәге юл япмаһын түшәү бурысы тора. Әле тәүге ҡатлам йәйелә. Эштең сифаты һәр этапта тикшерелеп тора.Ҡатмарлы күпер һалыу эштәре артта ҡалды. Дүрт терәү, 36 бағана һәм тағы ла әллә күпме кәрәкле арматура ҡуйылған. Ямғыр канализацияһы ла эшләнгән. Йыл һәм тәүлек әйләнәһенә күреү мөмкинлеге яҡшы булһын өсөн яңы юл үткәргес заманса яҡтыртыу системалары менән йыһазландырыла. Водителдәрҙең һәм йәйәүлеләрҙең хәүефһеҙлеге өсөн юл буйына кәртәләр ҡуйыла. Көн һайын Зинин тимер юлы аша күперҙе төҙөүҙә 40-тан ашыу эшсе, 60-ҡа яҡын махсус техника ҡатнаша. Белгестәр әйтеүенсә, объект ҡатмарлы, әммә бик кәрәкле.Нуғай ауылы – шәхси йорттар төҙөлөшө өсөн иң популяр йүнәлештәрҙең береһе. Зинин тимер юл аша күперҙе файҙаланыуға тапшырыу менән был участкала дүрт һыҙатлы юл буласаҡ. Ошо рәүешле уның үткәреүсәнлек һәләте арта. 1 сентәбрҙән бында тығындарҙың кәмеүен көтәләр.