Бөгөн Бөтә донъя йөрәк көнө

Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә донъя йөрәк көнө

Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә ошо уңайҙан сәләмәтлек акциялары ойошторолдо. Өфө халҡы ла был саранан ситтә ҡалманы. Салауат Юлаев исемендәге баҡсала баш ҡала халҡы өсөн күсмә кардиологик модуль эшләне. Рәсәйҙә үлем осраҡтарына килтергән сирҙәрҙең араһында йөрәк-ҡан системаһы ауырыуҙары беренсе урынды биләй. Күп осраҡта халыҡтың үҙ һаулығына битарафлығы арҡаһында килеп тыуа был кире күренеш, тип белдерә табиптар. Сараға Өфөнөң төрлө ойошмалары ла ҡушылды һәм кардиокроста ҡатнашты.Сәләмәт йөрәк өсөн тәү шарт – ул хәрәкәт, тип белдерә күптәр һәм башҡаларҙы ла спорт менән шөғөлләнергә саҡыра. Йөрәк өсөн файҙалы ризыҡтар ашау ҙа ыңғай һөҙөмтә бирә. Калий, С витаминына бай ризыҡтар һәм һуттар менән туҡланырға кәңәш итә кардиологтар. Йөрәктең сәләмәтлеген һаҡалауҙың тағы ла бер ысулы – ул ҡан баҫымын контролдә тотоу. Баҫым юғары булғанда ҡан әйләнеше боҙола һәм йөрәк көсөргәнешле эшләй. Акция барышында йөрәк ауыртыуына зарланған һәр кем ҡан баҫымын үлсәтеп, анализдар тапшырғандан һәм күсмә кардиологик модулдә йөрәк тибешен яҙҙырғандан һуң табип кәңәштәрен алды.