Росгвардия менән хеҙмәттәшлек нығына

Росгвардия менән хеҙмәттәшлек нығына

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы Сергей Просяник менән осрашты. Командующий был вазифаға 2023 йылдың июнендә тәғәйенләнгәйне. Осрашыуҙа Рәсәй гвардияһы подразделениеларының матди-техник базаһын үҫтереү һәм республиканың власть органдары менән мөнәсәбәттәрҙе нығытыу мәсьәләләре тикшерелде. Радий Хәбиров әйтеүенсә, Рәсәй гвардияһының республика буйынса идаралығы менән тығыҙ бәйләнештәр булдырылған. Республика Рәсәй гвардияһы менән берлектә Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальон ойоштороуҙы хупланы. Осрашыуҙа республика етәксеһе һәм Рәсәй гвардияһы ғәскәрҙәренең Волга буйы округы командующийы Башҡортостанда махсус тәғәйенләнештәге көстәр әҙерләү буйынса уҡыу үҙәген булдырыу мәсьәләһен тикшерҙе. Республика бының өсөн майҙансыҡ һайлап бирергә әҙер.