Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Башҡортостан Башлығы Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантаналы сарала ҡатнашты. 1713 йылдың был көнөндә Петр Беренсе Тәфтиш концелярияһы булдырыу тураһында Указға ҡул ҡуйған. Төбәк етәксеһе Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Ярты йыл эсендә ведомство тарафынан 3 мең 337 енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уларҙың яртыһы тиерлек судҡа ебәрелгән. Барыһы 900-гә яҡын ауыр һәм үтә ауыр енәйәт тикшерелеп, 1 мең 250 кешегә ҡарата эш асылған. Тәфтишселәрҙең төп маҡсаты – халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың хеҙмәтен хәстәрләү. Быйыл улар эш хаҡын түләмәү буйынса 21 енәйәт эше асҡан, һөҙөмтәлә 16 миллион һумлыҡ бурыс ҡайтарылған, тағы ла 3 миллион һумлыҡ эш буйынса тәьмин итеү саралары күрелгән. Алдынғы хеҙмәткәрҙәргә Радий Хәбиров дәүләт наградалары тапшырҙы.