Республика йылғаларында ла һыу кимәле экстремаль түбән күрһәткестәргә барып еткән. 138 йыл эсендә бындай хәл тәүгегә күҙәтелә. Төбәктә төп һыу артерияларының һайығыуы сәбәпле эсәр һәм сәнәғәт өсөн ҡулланылған һыу запастарының кәмеүе ихтимал. Теманың дауамы киләһе сюжетта. Башҡортостандың төп йылғаһы яңыраҡ ҡына “Мостай Кәрим” һәм “Александр Пушкин” кеүек дүрт палубалы ҙур лайнерҙарҙы ҡабул иткәйне. Хәҙер һайығайып, Ағиҙел уртаһында утрауҙар барлыҡҡа килгән, ярҙарын ҡамыш баҫҡан. Белгестәр әйтеүенсә, унда һуңғы йылда һыу кимәле 80 см кәмегән. Республиканың башҡа һыу ятҡылыҡтарында ла ошондай уҡ хәл күҙәтелә. Күрше өлкәләрҙә йәшәүселәр ҙә шундай уҡ фекерҙә.Экстремаль күрһәткестәрҙең төп сәбәптәренең береһе – аҙна буйы дауам иткән аномаль эҫелек. Йылғаларҙағы һыу кимәленә яҙғы ташҡын да йоғонто яһаған.Кеше факторы ла тәьҫәир итмәй ҡалмай. Был факторҙар аяныслы хәлдәргә килтереүе ихтмал.Эсәр һәм сәнәғәт өсөн ҡулланылған һыу запастарының да кәмеү хәүефе бар. Белгестәр тынысландыра: борсолорға урын юҡ. Республиканың һыуһаҡлағыстары йылғаларҙың кимәлен контролдә тота. Тимәк, һыуһаҡлағыс тәүлек эсендә 5 см-ға кәмей. Аҙна дауамында фаразланған ямғырҙар хәлде әллә ни үҙгәртмәйәсәк. Киләһе яҙғы ташҡынға тиклем һыу ресурстарын һаҡсыл ҡулланырға ғына ҡала. Әйткәндәй, республикала төп йылғаларҙың һайығыуы эҙемтәһеҙ үтмәне. Өфөнөң Нуғай һәм Зубов ауылдары халҡы һыу булмауға зарлана.
Ағиҙел ныҡ һайыҡҡан!
Ағиҙел ныҡ һайыҡҡан!