Өфөлә «Аҡыллы ҡала. Аҡыллы Ил» ҡалаларҙы үҫтереү һәм һанлы трансформациялау буйынса IV халыҡ-ара форумы старт алды.Рәсәй Төҙөлөш министрлығы һәм Һанлы үҫеш министрлығы ярҙамында уҙғарылған сараға 50-нән ашыу илдән делегат саҡырылған. Унда онлайн һәм офлайн рәүештә ике мең тирәһе кешенең ҡатнашыуы көтөлә. “Аҡыллы ҡала” форумы профессиональ диалог өсөн иң ҙур майҙансыҡтарҙың береһе булып тора, унда ҡатнашыусылар үҙҙәренең проекттары менән таныштыра, төрлө өлкәләге белгестәр менән тәржрибә уртаҡлаша ала.
Аҡыллы ҡала. Аҡыллы Ил
Аҡыллы ҡала. Аҡыллы Ил