Республикаға эҫе көндәр киренән ҡайта

Республикаға эҫе көндәр киренән ҡайта

Бөгөн ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан, көндөҙ талғын, айырым райондарҙа көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17°, таулы райондарҙа +7°, көндөҙ +27, +32 градус. Башҡортостан был аҙнала йәнә йылы көньяҡ һауа массаһы йоғонтоһонда ҡала. Ләкин июлдең икенсе ун көнлөгөндәге кеүек эҫе һауа торошо көтөлмәй.