Өфөлә Зорге һәм Халтурин урамдары киҫелешендә күп ҡатлы йорт янды.
Ҡара ҡуйы төтөн алыҫтан уҡ күренеп тора ине. Йорттоң барлыҡ ҡаттарын да ут ялмап алғайны. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй. Зорге урамында автомобиль хәрәкәте тулыһынса туҡтатылды. Әлегә янғын сәбәптәре билдәле түгел.