Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Америкала тимер юлдағы аварияла бер кеше һәләк булған, 108 кеше йәрәхәтләнгән. Ҡала яны поезы станцияға етер саҡта тиҙлеген кәметмәгән һәм рельстан сығып платформаға бәрелгән.

Ҡытайҙың Чжэцзян виләйәтендә ер ишелеү сәбәпле 5 кеше йәрәхәтләнгән. “Меги” дауылынан һуң яуған көслө ямғырҙар 400 мең кубометрҙа ер ишелеүгә килтергән. Ике ауыл ер аҫтында ҡалған.

НАТО һәм берләшкән Милләттәр Ойошмаһы МЧ17 рейсы буйынса осҡан самолет һәләкәтен тикшереү йомғаҡтарын хупланы. Кремль, үҙ сиратында, комиссия ҡарарын яҡынса тип атаны һәм «Алмаз-Антей» концерны мәғлүмәттәрен ҡулланып фажиғәне ентекләберәк тикшерергә саҡырҙы. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова әйтеүенсә, Голландия прокуратураһы һығымтаһы ныҡ ҡына сәйәсиләштерелгән. Киев һәләкәт тураһында мәғлүмәтте иғлан итеүҙән ҡурҡа һәм рейсты Украинаның ПВО системалары күҙәтеүен танырға теләмәй. Украина ошондай юл менән яуаплылыҡтан ҡасырға ниәтләй.

Америкала президент дебаттарынан һуң Дональд Трам һынында тәмлекәстәр менән тултырылған уйынсыҡтарға һорау артҡан. Уларҙы демонстрациялар һәм ҡаршылыҡ акциялары ваҡытында ла ҡуллана башлағандар.