Мөрәжәғәттәрен яуапһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш

Мөрәжәғәттәрен яуапһыҙ ҡалмаҫҡа тейеш

Республика башлығы Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шайморатов батальоны хәрбиҙәре мөрәжәғәте буйынса проект әҙерләргә ҡушты. Радий Хәбиров шулай уҡ район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына хәрбиҙәрҙең мөрәжәғәттәрен яуапһыҙ ҡалдырмаҫҡа ҡушты. Республика етәксеһе был турала дүшәмбе һайын үткәрелгән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Унда ҡаралған мәсьәләләр тураһында хәбәрсебеҙ Ғәлимйән Ибатуллин. Башҡортостанда йәнә бер ирекмән дәр батальоны төҙөләсәк. Рәсәйҙең Украинала алып барған махсус хәрби операцияһында ҡатнашырға тейешле был отрядҡа Рәсәй геройы Алмаз Сафин исеме бирелә. Был әлеге мәлдә Донбасста хеҙмәт иткән һалдаттар үтенесе. Ошо турала республика башлығы Радий Хәбиров дүшәмбе кәңәшмәһендә белдерҙе. Радий Фәрит улы хеҙмәттә булған яҡташтарыбыҙ менән осрашып, 200-гә яҡын хәрбигә дәүләт наградаларын тапшырҙы. Шул уҡ ваҡытта төбәк етәксеһенең айырым тәҡдиме бар. Ул беренсе сентябрҙә беренсе синыфҡа барыусы, әммә әлеге ваҡытта атай-әсәйҙәре хәрби операцияла булған уҡыусыларға бәйле. Йола буйынса аҙна башында уҙған кәәшмәлә был юлы ҡаралған төп мәсьәләләрҙең береһе – һаулыҡ һаҡлау тармағы. Ауыр медицина техникаһы термины, тәү сиратта, табиптар өсөн аңлайышлы. Әммә, пациенттар өсөн уның исеме түгел, ә есеме кәрәк. Был ҡорамалдар заманса дауалау ысулы. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айбулат Рәхмәтуллин әйтеүенсә, телемедицина ярҙамын алыусылар һаны 7 тапҡырға үҫкән.Тик сәләмәтлек өсөн яуаплы булған ведомство мәғлүмәте менән ысынбарлыҡ тап килмәгән осраҡтар бар. Радий Хәбиров мәҫәлән, ангиографтарҙың тулыһынса ҡулланылмауын әйтә. Башҡа ауыр медицна техникаһын һаман да келәттәрҙә тотҡан дауаханалар бар. Башҡортостанда медицина ғына түгел, ә һанлы өлкәлә лә тигеҙһеҙлек бар. Мәҫәлән, күп ауылдарҙа әле кәрәҙле элемтә бәйләнеше сифаты ныҡ түбән. Башҡортостанда халҡы йөҙ кешенән 500 кешегә тиклем булған барлыҡ ауылдарға ла ошондай элемтә ҡуйыу бөгөн-иртән генә тамамланмай. 4 джи форматлы телефон бәйләнешен менән тулыһынса тәьми итеүгә тағы 7 йыл кәрәк. Башҡортостандың элемтәле булыуы бөгөн үтә лә әһәмитәле. Мәҫәлән, ашығыс ярҙам хеҙмәтен саҡырыу өсөн. Сөнки, республикала менингит, сысҡан биҙгәге, ҡыҙамыҡ сире менән ауырыусылар һаны арта. Һуңғыһы, ҡыҙамыҡҡа бәйле хәл айырыуса көсөргәнешле. Республиканың ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәте етәксеһе Анна Казак фекере.Дүшәмбе кәңәшмәһендә “Дүртөйлөмелиоводстрой” ширҡәтенә бәйле мәсьәлә яңынан тағы бер күтәрелде. Ойошманың хәҙер енәйәт юлына баҫыуы ла ихтимал. Дүшәмбе кәңәшмәһендә Радий Хәбиров район-ҡала хакимиәттәре башлыҡтарын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙе онотмаҫҡа саҡырҙы.