Күңеле менән яуҙаштары янында

Күңеле менән яуҙаштары янында

Махсус операцияла хәрби бурысын үтәгәндә ҡулын юғалтҡан Өфө егете хеҙмәттәштәренә гуманитар ярҙам йыйыу ойоштора. Кесе сержант Артур Ғәлиев Украиналағы махсус хәрби операцияға тәүге көндәренән үк эләгә. 2021 йылда Батырлыҡ һәм Генерал Шайморатов ордены менән бүләкләнә. 22 йәшлек ҡыйыу егет ошо көндәрҙә беҙҙең телекомпанияға килеп китте. «Хәбәрҙәр. Интервью» тапшырыуы ҡунағы булды. Тулыраҡ Сәлимә Исламова әҙерләгән яҙмала.Автомобилде бер ҡул менән йөрөтөргә йыл дауамында күнеккән егет. Әлбиттә, бөтөнләй уң ҡулһыҙ күп эштәрҙе башҡарыуы ҡатмарлы. Әммә бар нәмәгә лә өйрәнергә була, ти егет. Махсус операция мәлендә Ҡыҙыл Лиманды штурмлағанда 21 йәшлек прапорщик Артур Ғәлиев юлды ҡаплаған дошман танкын шартлатыуҙы үҙ өҫтөнә ала.Әммә танк алдан һөжүм башлай һәм снаряд егет йәшеренгән йортҡа төшә. Һөҙөмтәлә ярсыҡтар яугирҙең уң ҡулып өҙөп ала.Уның атаһы Чечняла конституцион тәртип урынлаштырыу компанияһында ҡатнашҡан, ә олатаһы бөйөк Ватан һуғышы осоронда бандеровсылар менән көрәшкән. Ә Артур контракт буйынса махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк ил һағына баҫа. Киевҡа тиклем барып етә, Луганск халыҡ республикаһын азат итеүҙә ҡатнаша. Ҡулын юғалтҡанға тиклем яраланған командирын уттан алып сыҡҡаны өсөн Батырлығ ордены менән бүләкләнә.Ҡулын юғалтып госпиталдән сығыуына бер йыл тигәндә егет әүҙем рәүештә һуғыштың алғы һыҙығында хеҙмәт иткән егеттәргә ярҙам итә. Бөтә ваҡытын фронтҡа гуманитар ярҙам йыйыуға арнай. Киләсәктә Артурҙың хыялы — Өфө университетының социология факультетында белем алыу һәм милләттәштәренең мәнфәғәтен ҡоралһыҙ яҡлау.